Йәмғиәт
15 Января 2020, 13:30

Булаттар гран-при яуланы

Әбйәлил районында дүртенсе йыл рәттән ойошторолған, сәләмәт тормошто пропагандалаған, халыҡты сәләмәт йәшәргә өндәгән “Сәләмәт ауыл” конкурсында Булат ауылы гран-при яуланы.

Әбйәлил районында дүртенсе йыл рәттән ойошторолған, сәләмәт тормошто пропагандалаған, халыҡты сәләмәт йәшәргә өндәгән “Сәләмәт ауыл” конкурсында Булат ауылы гран-при яуланы.
Конкурста райондың 9 ауыл биләмәһенән бөтәһе 10 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Бәйге сиктәрендә ауыл менән берлектә төрлө спорт саралары үткәрелә, айыҡ туйҙарға өҫтөнлөк бирелә, ауыр тормош ҡосағында һәм эскелек менән шөғөлләнеүсе ғаиләләр иғтибар үҙәгенә алына, улар менән даими рәүештә аңлатыу эштәре алып барыла, йәш ғаиләләр, балалар һаны буйынса ауылдың дөйөм демографик хәле баһалана. Шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла тороусылар ҙа, суиицидтың булыу-булмауы, диспансеризация үтеү күрһәткестәре лә иҫәпкә алына.
Шулай итеп, үткән йылдың “Сәләмәт ауыл” конкурсында Шәрип, Буранғол, Амангилде, Дәүләт, Юлдаш, Таштимер ауылдары төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Тәпән ауылы – өсөнсө, Туйыш – икенсе, Үтәгән беренсе урынға лайыҡ булды. Гран-приҙы Булат ауылы яуланы. Барыһы ла ауылда спортты артабан үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп спорт тауарҙары һатып алыуға сертификаттар менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, Булат ауылының уңған һәм берҙәм халҡы хаҡында мәҡәлә менән тиҙҙән "Башҡортостан" гәзите биттәрендә лә таныша аласаҡһығыҙ.
Фото: "Абзелил" гәзитенән.
Читайте нас