Үҙ-үҙенә хужа булмаған әҙәмде тышҡа алып сығырға теләгәстәр, уға был оҡшамай, күрәһең. Ул бинаның ишеген емерә, һауыт-һабаны яра һуға, шешәләрҙе ташларға тотона, хатта кейемдәрен люстраға ырғытыуҙан да тартынмай. Быяла валсыҡтарына ҡулы ҡырҡылыуға ла иғтибар итмәй. Аҙаҡ янъялсы иргә медицина ярҙамы күрһәтелә. Бәхеткә күрә, был көндә башҡа зыян күреүсе булмай.