Йәмғиәт
15 Января 2020, 17:10

"Мин иремде яратам, шуға көнләшәм..."

Иҫ киткес ауыр хәл килеп тыуҙы. Бындай нахаҡтан күҙемдән йәштәр атылып килеп сыҡты. Класташым ярһыған ҡатынын тынысландырып маташты...

Яңыраҡ күптән күрешмәгән танышымды осраттым. Хәл-әхүәлдәрҙе белешеп, ғаилә, эш яңылыҡтарын барланыҡ.
Баҡтиһәң, танышым яңы шөғөлгә тотонған: төп эшенән бушаған арала тамада булып эшләп ала икән. Һүҙ артынан кеше кеҫәһенә төшмәгән, аралашыусан, алсаҡ, кәрәк саҡта йырлап та, бейеп тә ебәргән танышымдың яңы кәсебенә һис тә аптыраманым.
– Әлегә таныштарҙың, дуҫтарҙың бер нисә байрамын үткәрҙем. Был эштең дә үҙенә күрә ҡытыршылыҡтары етерлек икән. Әле бына яңыраҡ бер класташымдың 50 йәшлек юбилейына барып, ишетмәгәнемде ишетеп, күңелем кителеп ҡайтты, - тип әйтеп ҡуйҙы ул ҡапыл. - “Бөтә класташтарҙы саҡырам, бергәләп ҡунаҡ булып, бала саҡтарға, йәшлеккә ҡайтып урайыҡ әле. Тик һин халыҡты күңелләндереп, бер аҙ уйын-маҙар үткәрә алмаҫһыңмы?” тип һорағас, “Ярай, юбилейыңды гөрләтеп уҙғарырбыҙ, был минән бүләк булыр, класташ”, – тинем.
Байрам бик матур барҙы. Барыбыҙ ҙа ғаиләләребеҙ менән йыйылдыҡ. Егеттәребеҙ ир ҡорона баҫҡан, ҡыҙҙарыбыҙҙың күптәре өләсәй булып өлгөргән. Мин, алып барыусы булараҡ, юбиляр тураһында матур итеп һөйләп таныштырҙым, уның уңғанлығына, татыу ғаилә башлығы булыуына баҫым яһаным. Ҡыҙыҡлы ғына уйындар ойошторҙом. Бер мәл юбилярҙы уртаға ултыртып, уның тирәләй ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына бейетеп, музыка туҡтаған арала, уға сиратлап ҡотлау-маҡтау һүҙҙәре әйтергә ҡуштым. Башҡаларға миҫал рәүешендә тәүҙә үҙемдән башланым. Әйтер һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем, юбилярҙың ҡатыны сәсрәп уртаға килеп сыҡты ла: “Һин нишләп таҫма телләнеп минең иргә бәйләнәһең? Ҡаратып алырға итәһеңме?..” – тип туҙға яҙмаған нәмәләр әйтеп ташланы.
Иҫ киткес ауыр хәл килеп тыуҙы. Бындай нахаҡтан күҙемдән йәштәр атылып килеп сыҡты. Юбиляр ярһыған ҡатынын тынысландырып маташты, минән туҡтауһыҙ ғәфү үтенде.
Иптәшемә: “Әйҙә, ҡайтабыҙ”, – тинем дә, пальтомды эләктереп, сығып йүгерҙем. Ул машинаны йылытҡансы кафела ниндәй хәлдәр булғандыр, белмәйем, бер мәл юбиляр класташымдың ҡатыны килеп сығып: “Мин иремде ныҡ яратам, шуға көнләшәм. Ярай, ғәфү ит, әйҙә кире инегеҙ”, – тип саҡырҙы.

Ҡунаҡҡа кире инә алманым. Ингән хәлдә лә, мин унда үҙемде ҡунаҡ кеүек тоя алмаҫ инем. “Ярай, байрамды матур итеп дауам итегеҙ”, – тинем дә, ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ.
"Белмәйем, дөрөҫ эшләнемме, юҡмы?" – тип минән кәңәш һораны танышым. Ә һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, дуҫтар?
Фото: womanparadise.ru
Читайте нас