Йәмғиәт
18 Января 2020, 17:36

26 йыл инде ирен эҙләй...

"Ысынлап та, бәлки, урамда йәшәргә мәжбүрҙер, ас-яланғас та йөрөйҙөр..."

Баш ҡалабыҙҙан Рамина исемле ҡатын бына 26 йыл инде ире Камельджон Хайморатовты эҙләй. Фаразлауынса, йәмәғәте Ростов өлкәһендә, уны ҡоллоҡта тоталар.
Рамина менән Камельджон Грузияла таныша. Егет кеше ул ваҡытта Грузияла йәшәһә, Өфө ҡыҙы эш буйынса килә. Йәштәр бер күреүҙән ғашиҡ булыша. Рамина Башҡортостанға ҡайтмай, яратҡан кешеһе янында ҡала. Ирҙең туғандары уны йылы ҡабул итә, тиҙҙән мөхәббәт емеше булып улдары тыуа.
Тик 1990 йылда Советтар Союзы тарҡалғас, ситтән килгәндәрҙе Грузиянан ҡыуа башлайҙар. "Беҙҙә килмешәктәргә урын юҡ, ҡайтып китегеҙ" тип йыш ҡына иҫкәртәләр. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һөйгәнен, иренең туғандарын ҡалдырып, өс йәшлек улын эйәртеп, кире Өфөгә ҡайтып китергә мәжбүр була Рамина. Йәш пар аҙаҡ ҡабаттан осрашырға тип хушлаша.

Яҡташыбыҙ ҡәйнәһе һәм ире менән йыш ҡына бәйләнешкә инеп тора, бер-береһенә хат яҙалар. Әммә хәлдәр бер аҙ үҙгәрә: Рамина йәшәгән иҫке йортто һүтеп, ул яңыһына күсенә. Ошо уҡ ваҡытта Камелдың әсәһе лә Грузияны ҡалдырып, Ростов өлкәһенең Азов ҡалаһына күсеп китә. Уларға ҡасҡынсылар тип баҡса йортонан йәшәргә урын бирәләр. Ошондай ауыр осорҙа Раминаның ҡәйнәһе, ире менән бәйләнеше юғалып тора, хаттар ҙа адресатҡа барып етмәй, һәм тора-бара ике арала туғандар бер-береһен бөтөнләй юғалта.

“Һуңғы хатты 1993 йылда алдым. Камелдең әсәһе – украинка, атаһы Азия республикаларының береһенән ине. Айырылышҡандар. Шуға ла Камель уларға әллә ни кәрәкмәй ине, икеһенең дә яңы ғаиләһе барлыҡҡа килгәйне. Иремдең үгәй атаһы – грузин. Кейәүгә сыҡҡас, әсәһе улын Азияға атаһы янына йәшәргә ебәрә, әммә баланы унда ҡабул итмәйҙәр. Кире әсәһе янына ҡайта, - тип һөйләй Рамина. – Камель бик һәйбәт кеше булды, ул мине өҙөлөп яратты, һәр ваҡыт яҡлап алып йөрөнө. Әлбиттә, Грузияла ситтән килгәндәрҙе өнәп, яратып еткермәнеләр, шуға ла Камель тылым, яҡлаусым булды”.

Камель Өфөгә килеп тә, беҙҙе таба алмағандыр, тип күҙаллай ҡатын, сөнки яңы йәшәү урынын да, адресты ла белмәгән була. Бәйләнеш тамам өҙөлгәс, ханым белдереүенсә, ул ике тапҡыр "Жди меня" тапшырыуына мөрәжәғәт итә, әммә яуап ала алмай. 2015 йылда полицияға ла ғариза яҙып һала, тик әлегәсә бер ниндәй һөҙөмтә юҡ.

Рамина ирен үҙе эҙләй башлай. Камелдең Ростов өлкәһендә булыуын фаразлай, сөнки әсәһе шунда йәшәй бит. Азовҡа килгәс, ул ҡәйнәһенең үлгәнен ишетә. Үгәй атаһы улын ҡыуып сығарған, ул урамда тороп ҡалған.

“Грузияла Камелдең үгәй атаһы фатирын ҡустыһына яҙып ҡалдыра, әсәһе лә Азовтағы фатирын туғандарына бүләк итә. Бына ул ошолай фатирһыҙ тороп ҡала. Мин үҙен барыбер эҙләп табасаҡмын, тик иҫән-һау ғына булһын”, – ти Рамина, ирен табыуына өмөтөн өҙмәйенсә.

Ҡатында бер генә фотоһүрәт һаҡланып ҡалған. Унда Камелгә – 23, Раминаға 20 йәш. Улар янында дуҫтары Дато менән Самвел тора. Рамина Азов ҡалаһындағы бөтә социаль селтәрҙәрҙә ирен эҙләүе тураһында мәғлүмәттәр ебәрә. Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Камелдың ике туған ағаһы ла бәйләнешкә сығып, алты йыл элек ҡустыһын осратыуын, уның асарбаҡҡа әйләнгәнен хәбәр иткән. Яңыраҡ Азовтан бер ҡыҙ: "Тәбиғәттә ял иткән мәлдә беҙҙең янға бер асарбаҡ килеп, тамаҡ һорап китте, бәлки, шул һеҙҙең ирегеҙҙер", – тип хат яҙып ебәргән.

“Ир кеше был ҡыҙға яңыраҡ ҡына ҡоллоҡтан ҡасҡаны, быға тиклем һарыҡ көткәне тураһында һөйләп киткән”, – ти Рамина.

Ҡатын бына 26 йыл инде ирен һағынып көтә, тоғролоҡ һаҡлап, башҡаса кейәүгә лә сыҡмаған. Яңғыҙы улын тәрбиәләп кеше иткән, уға инде 30 йәш тулған.

“Ысынлап та, ирем, бәлки, урамда йәшәргә мәжбүрҙер, ас-яланғас та йөрөйҙөр. Йөрәгем әрней, үҙен йыш ҡына төшөмдә күрәм, – ти Рамина. – Уны таба алһам, ниндәй ҡиәфәттә булыуына ҡарамаҫтан, үҙемә аласаҡмын, тәрбиәләйәсәкмен, тик һау ғына булһын…”

Әгәр ҙә Камель тураһында кемегеҙгәлер берәй хәбәр билдәле булһа, "Бәйләнештә”, Facebook и “Одноклассники” социаль селтәрҙәре аша хәбәр итә алаһығыҙ.


Фото: vk.com
Читайте нас