Республика Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Республика уҙған йылды бик күтәренке кәйеф менән тамамланы, киләсәккә ышаныс менән ҡарай. Республиканың уңыштарында, һис шикһеҙ, һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәгеҙ ҙә бар. Был залда төрлө һөнәр вәкилдәре йыйылған. Беҙҙең ауыл эшсәндәренә, уҡытыусыларға, табиптарға, ғалимдарға, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә рәхмәт. Бөтәгеҙ ҙә маҡтау һәм хөрмәткә лайыҡ”, – тип Радий Фәрит улы хеҙмәт алдынғыларының эшмәкәрлегенә айырым туҡталып.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы бинаһының Колонна залында уҙған был тантанала илебеҙҙең һәм төбәктең үҫешенә тос өлөш индергән 66 кешенең фиҙакәр хеҙмәте, һөнәри оҫталығы ордендар, исемдәр, маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында ведомство хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр, архитекторҙар, фән эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, сәнғәт әһелдәре һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар ине.
Наградаларға лайыҡ булғандар араһынан Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Руслан Шерстнев “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем, Өфө ҡалаһы Калинин районының суд приставтары бүлегенең баш белгесе Светлана Абдрафиҡова һәм Орджоникидзе районының суд приставтары бүлеге пристав-башҡарыусыһы Лиана Таһирова Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғановҡа, “Востокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Хәлит Бикмөхәмәтовҡа, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафиловҡа, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары ярҙамсыһы Рим Мусинға, Башҡортостан дәүләт медицина университетының госпиталь хирургия кафедраһы мөдире Владимир Плечевҡа, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы профессоры Наилә Хәмиҙуллинаға, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе Фирдәүес Хисаметдиноваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.