Йәмғиәт
21 Января 2020, 10:00

Ҡыш уртаһында талдар бөрөләнгән!

Тағы нимә күреп аптырарбыҙ икән ҡышҡы айҙарҙа?

Ғәжәп хәл: Башҡортостанда ғинуар уртаһында уҡ тал бөрөләнгән! Был күренеште Салауат районы Малаяҙ ауылында саңғыла йөрөргә тип сыҡҡан кешеләр фотоға төшөрөп, тиҙерәк һоҡланыуҙары менән уртаҡлашырға теләп, интернет селтәренә һалған. Урындағы "Салауат ерендә" баҫмаһы ла ул турала яҙып сыҡҡан.

- Шарҙалы йылғаһы ярында талдар бөрөләнгән! Сәбәбе ҡыштың аномаль йылы булыуындалыр, моғайын, - ти урындағы халыҡ.

Ысынлап та, ҡыштың ҡышҡа оҡшамауы арҡаһында айыуҙар ҙа өңөнән сығып, ашарға эҙләй, бына хәҙер талдар бөрөләнгән, шунан ағастар япраҡ яра башлаһа...

Фото: vk.com
Читайте нас