Йәмғиәт
22 Января 2020, 10:00

Етәксе халыҡ менән осраша

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәр ауыл биләмәһендә халыҡ менән осраша, уларҙың проблемалары менән таныша, һорауҙарына яуап бирә.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәр ауыл биләмәһендә халыҡ менән осраша, уларҙың проблемалары менән таныша, һорауҙарына яуап бирә.
Төбәк менән танышыусы Рөстәм Динислам улы муниципаль район хакимиәте структуралары һәм хеҙмәттәре етәкселәре менән берлектә ауылдарҙа үткән отчет йыйылыштарҙа ҡатнашыуҙан башлап, район хакимиәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, алып барылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар, 2020 йылдағы мөһим ваҡиғалар тураһында сығыш яһаны. Шулай уҡ Рөстәм Шәрипов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарын да ауыл халҡына еткерҙе.
Һәр ауылдың үҙ проблемалары һәм үҙ уңыштары бар. Мәҫәлән, Аҡъюл ауыл биләмәһендә үткән йыйылышта аҡнаҙарҙар телефон бәйләнешендәге өҙөклөктәр, малсылыҡ буйынса субсидиялар, ит продукцияларын һатыуҙағы проблемалы мәсьәләләр тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, аҡъюлдар йыйылышта рейс автобусы, стационар телефон, интернет, клуб юҡлығы, табиптарға яҙылыуҙағы проблемаларҙы күтәреп сыҡты.
Урыҫбайҙар тиҫтә йылдар буйы хәл ителмәй килгән текә тауҙы һөҙәкләтеү кәрәклеген берҙәм күтәрҙе. Шулай уҡ ошо төбәктә машиналар заправкалау станцияһы асыу кәрәклеген еткерҙе.
Ғәлиәхмәттәр ташландыҡ өйҙәр күп булыуы ауылды йәмһеҙләп ултырыуы, йорт хужаларына мөрәжәғәт менән сығыу кәрәклеген әйттеләр. Эскелеккә ҡаршы көрәш, мәктәпкә спорт кәрәк-яраҡтары, клубҡа музыка ҡоралдары кәрәкләген еткерҙе.
Федоровка ауыл биләмәһендә йәшәүсе халыҡтың да әйтәһе һүҙҙәре күп ине: уларҙы район дауаханаһын да койка урындары етешмәүе, сабынлыҡты, элекке хужаһыҙ ҡалған колхоз объекттарын рәсмилләштереү мәсьәләһе борсоһа, әбүбәкерҙәр автобус туҡталҡаһын уңайлы урынға күсереү проблемаһын күтәрҙе.
Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы башлыҡҡа хәйбуллаларҙың һорауҙары ла күп, ышанысы ла бар. Ике яҡлы осрашыу етәкселәргә лә, ауыл халҡына ла бик оҡшаны. Киләсәктә лә Рәстәм Шәрипов халыҡ менән йәнле аралашыуҙы һәм власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеште дауам итеү кәрәклеген белдерҙе.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештәге" сәхифәһенән.
Читайте нас