Өфөлә “Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың төп идеяларҙы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙағы һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙәге роле” тигән темаға түңәрәк өҫтәл булып уҙҙы.
Уны Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойошторҙо.
Был ҙур һәм әһәмиәтле тема буйынса республиканың Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Флүр Әсәҙуллин, тренер-медиатор, Медиация үҙәге директоры, Башҡортостан Хөкүмәтенең Дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советы ағзаһы Максим Беляев, Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса “Беҙҙең балалар” хәйриә фонды директоры Ольга Власова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Айгөл Гәрәева менән Фәрит Ғиндуллин һәм башҡалар сығыш яһаны. Өфөләге Гражданлыҡ университетының политология кафедраһы мөдире Владимир Савичев менән Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина сараның модераторҙары булды.
– Был сара башланғанға тиклем үк йәмәғәт ойошмаларынан егерменән ашыу тәҡдим алдыҡ, – тине Ольга Панчихина. – Беҙҙә халыҡтың мөһим ҡарарҙар әҙерләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге етерлек тәьмин ителгән, уларҙы файҙаланырға ғына кәрәк.
Сарала ҡатнашҡан һәр кем гражданлыҡ йәмғиәтен артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр индерҙе. Улар нигеҙендә түңәрәк өҫтәл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, республика Хөкүмәтенә, ҡайһы бер министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тәҡдимдәр туплаған резолюция ҡабул итте.