Йәмғиәт
23 Января 2020, 19:45

Туғаным тип тормай...

Баш ҡала мәктәптәренең береһендә ҡыҙ бала класташына бысаҡ менән ташлана.

Өфөлә ҡыҙ бала класташына бысаҡ менән ташлана. Аяныслы хәл Нижегородка биҫтәһе мәктәптәренең береһендә теркәлә.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан шул асыҡлана: ҡыҙҙар бер йортта йәшәй һәм ике туған апалы-һеңлеле була. "Ҡазаланған 12 йәшлеге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Бәхеткә күрә, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай", - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башланы.
Фото: «Башинформ».
Читайте нас