Күршеләр тураһында яҙайыҡмы? Әлбиттә, йәлләмәйенсә йылы һүҙ әйтергә ашығайыҡ, ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр еткерәйек. Уйлап ҡараһаң, берәү ҙә күрше-күләнһеҙ түгел шикелле. Шәхсән беҙҙең уңда ла, һулда ла, хатта ҡаршыла ла күршеләр бар. Ауылыбыҙҙағы һәр кеше тураһында уның күршеләре тик ыңғай фекерҙә, минеңсә.
Мәҫәлән, беҙҙең уң яҡ күршеләребеҙ – Лилиә Сергеевна менән Бакир Лотфулла улы Аҡсуриндар. Бына ошо күркәм ғаилә менән 35 йылдан ашыу ут күрше булып ғүмер итәбеҙ. “35 йыл” тип яҙыуы ғына анһат, байтаҡ ғүмер бит ул. Һәр саҡ бер-беребеҙгә асыҡ йөҙ күрһәттек, үҙ-ара татыу булдыҡ.
Күршене һатып алып булмай, тиҙәр. Бик хаҡ һүҙҙәр. Бала-саға бергә дуҫ-татыу үҫте. Ошо йылдар эсендә бик күп ғәмәл уртаҡҡа әйләнде: күршеләргә һыуға ла йөрөнөк, утын-бесәнен дә бергә эшләп ташыныҡ.
Күренеүенсә, Аҡсуриндарҙың фамилияһына матур мәғәнә һалынған – “аҡ” һүҙен телгә алыу ҙа етә. Улар бик матур, егәрле ике ҡыҙ һәм ул үҫтерҙе, хәҙер һәр береһенең үҙҙәренең ғаиләһе бар. Күршеләребеҙ ике ейәнен һәм ике ейәнсәрен һөйөп ҡыуана. Лилиә Сергеевнаның әсәһе лә улар менән бергә, 87 йәшлек Тамара апай тик ултырмай, һәр саҡ юлда, “скандинав йөрөшө” менән шөғөлләнә.
Бакир күршем тураһында айырым һөйләмәксемен, бындай маҡтауға ул күптән лайыҡ. Дуҫым ғүмер буйы мәктәптә мөғәллим кеүек яуаплы бурысты атҡарҙы, математика уҡытыусыһының уҡыусылары бөгөн ниндәй генә юғары вазифалар биләмәй ҙә ҡайҙа ғына эшләмәй! Иң мөһиме, коллегам илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләне, һәммәһенең дә күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләне. Хәтерем яңылышмаҫ, унан һабаҡ алған һәр үҫмер һалдат ҡайышын таҡты.
Һәр ваҡыт хәрәкәт яратҡан шундай әүҙем кешеләр була бит. Ысынлап та, ул тәбиғәттән бирелгән тиктормаҫ ише сифатҡа эйә. Һәр саҡ үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр табып ҡына тора. Бакир Аҡсурин хәҙер Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең Ейәнсура районы бүлегендә хеҙмәтен дауам итә. Уға “афарин!” тиергә генә ҡала.
“Эшем бар, арыным” тигән зарланыуҙы унан бер ҡасан да ишетмәҫһең. Киреһенсә, “хәрәкәттә – бәрәкәт!” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе үҙенә тормош девизы итеп алған, бүтәндәрҙе лә сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барырға әйҙәй.
Күршем һунарға йөрөй, ә күптән түгел умартасылыҡ менән шөғөлләнә башланы. Ошо көндәрҙә ихатаһын ҡарҙан таҙартҡанда, бына нимә тине ул:
– Ваҡыт үтеп, йәш ыраған һайын, күберәк мәғлүмәт алып ҡалғы килә. Тығыҙ аралашып йәшәү һәр йәһәттән дә отошло.