Йәмғиәт
29 Января 2020, 09:00

Эльмира Мазова быға тиклем өндәшмәй ине

Малайҙарҙы һәм ирен ул ашҡынып көтә. Өс айҙан ашыу ваҡыт билдәһеҙлектә йәшәгән ҡатындың хәлен аңларға булалыр.

Былтыр 26 октябрҙә ғәйеп булған Мазовтар һаман табылманы. Билдәле булыуынса, Артем биш һәм һигеҙ йәшлек ике малайын үҙе менән алып сығып китә лә, юҡ була. Тәүҙә Өфө янындағы баҡсаларҙа уның ҡалдырып киткән машинаһы табыла, аҙаҡ йылғанан ғаиләнең өрөп тутырмалы матрасы килеп сыға. Күптәр малайҙар менән ир һыуға батҡан тигән фараз яһай һәм водолаздар һыу төбөнән уларҙың кәүҙәләрен эҙләй башлай. Тик боҙ ятҡансы дауам иткән эҙләү бер һөҙөмтә лә бирмәй.
Малайҙарҙы һәм ирен ашҡынып әсәһе Эльмира Мазова көтә. Өс айҙан ашыу ваҡыт билдәһеҙлектә йәшәгән ҡатындың хәлен аңларға булалыр. Ул ирекмәндәргә ҡушылып үҙе лә эҙләүҙәргә сыҡты, хәҙер иһә яңылыҡтар көтә. Тәүҙәрәк Эльмира социаль селтәрҙәрҙә эҙләү барышы тураһында яҙып тора ине. Ә һуңғы осор, ай ярым самаһы ул үҙе лә юғалып торҙо.
Һәм бына бөгөн йәнә Эльмира Мазова пәйҙә булды. “Яңылыҡтар юҡ, эҙләү дауам итә. Берәйегеҙ уларҙы күрһә йәки ҡайҙалығын белһә, полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайым. Ярҙам өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.
Ваҡыт үтә, яңылыҡтар юҡ. Яҡшыға өмөт тә кәмегәндән-кәмей. Иҫән генә булһындар ине лә бит...
Читайте нас