Эске эштәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлмәт ҡалаһынан 23 йәшлек егет Өфөгә ҡыҙы янына килә. Әммә ике йәш йөрәк ни сәбәптәндер осраша алмай. Тыуған ҡалаһына ҡайтырҙан алда ҡунаҡ баш ҡаланың Беляков урамында урынлашҡан Симеон-Верхотурский ҡорамына "хәйерле юл өсөн" тип шәм ҡуйырға инә. Тик егет ҡорамға ингәс, быяла аҫтында алтындан һәм көмөштән эшләнгән биҙәүестәрҙе күреп ҡала. Ул күп уйлап тормай, ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлап, тиҙ генә енәйәт урынынан еңел автомобилендә һыпырта.
Хоҡуҡ һаҡсыларының һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында уғрының шәхесе асыҡлана һәм тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре күрше Татарстандың Әлмәт ҡалаһына йүнәлә. Хоҡуҡ һаҡсылары бурҙы ҡулға ала. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылып, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Егет үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.