Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 12:26

Йүгереп үткән оҙон юл...

“Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы”, – ти Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы.

1966 йылда беҙ Сибай педучилищеһына уҡырға индек. Һынауҙар ҡаты ғына, ләкин ғәҙел. Беҙ башланғыс класс уҡытыусылары булырға әҙерләнәсәкбеҙ.


Уҡыуҙар башланып китте. Рус теленән һынау алған уҡытыусы күсеп китеп, беҙгә был фәндән яңы уҡытыусы бирҙеләр. Ул Белорет педучилищеһын отличие менән бөтөп, Башҡорт дәүләт университетының рус-башҡорт бүлеген бик һәйбәт тамамлаған, үткер һәм талапсан, уҡытыу тәжрибәһе лә булған Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова тигән апай ине. Уны беҙгә класс етәксеһе итеп тә ҡуйҙылар.


Тәүге дәрестән үк Сәбилә Ғәй­зулла ҡыҙы үҙен белемле уҡытыусы, уҡыусыларға әсәйҙәрсә иғтибарлы һәм ихтирамлы өлкән дуҫ итеп күрһәтте. Рус телен дә, рус әҙәбиәтен дә ғәжәп төплө уҡытты. Һәр үтеләсәк әҫәрҙе үҙен тотоп уҡыуҙы талап итте, һәр әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса зачет алды. Зачет ойоштороу өсөн бөтә үтеләсәк әҫәрҙәрҙе һөҙөп сығып, уларҙың йөкмәткеһе буйынса һорау­ҙар төҙөгәйне. Һәр әҫәргә бер дәфтәр тота ине. Программа бил­дәләгән әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һыу һымаҡ белде. Шунан уҡымай ҡара әҙә­биәтте! Әгәр берәй әҫәрҙе уҡымаған булһаң, зачет алам йә семестрға һәйбәт баһа сыға тип уйламайһың да.
Рус теле һәм әҙәбиәтенән башҡа Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы рус телен уҡытыу методикаһы, таҙа яҙыу, тасуири ­уҡыу тигән фәндәрҙе лә алып барҙы, педагогик практикаға етәк­селек итте.
Сәбилә апай менән уның тормош иптәше Айрат ағайҙың кешелек­лелектәре хайран ҡалырлыҡ булды. Бер ваҡыт ҡыш Ырымбур өлкәһенән килеп уҡыған етем егет Наил Байназаров, каникулдан аяғын өшөтөп ҡайтып, дәрескә килә алманы. Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы уны өйҙәренә саҡырттырып алды. Айрат ағай Наил­де ваннаға йылы һыуға һалып, аяҡтарын ыуып, майлап, ашатып, тамағын туйҙырып, ятаҡҡа алып барып ҡуйҙы. Наилебеҙ йүнәлеп китте. Коллектив менән киноға барһаҡ, апайыбыҙ Наилгә билетты үҙе алыр ине.
Бәхетебеҙгә күрә, беҙ дүрт йыл буйы Сәбилә апай ҡулында уҡыныҡ. Беҙ сығып китеп, ярты йыл уҡытҡас, уны Өфөгә күсерҙеләр. Уҡыусылары ныҡ ҡайғырҙы. Икенсе курста ҡалған уҡыусылары исеменән Мәүҙиға Рәх­мәтова, апайҙы тыуған көнө менән ҡотлап, илай-илай телеграмма ебәрә. Май айында Сибайға конференцияға килгәндә, уны дүрт төркөм уҡыу­сылары, дәрестән һорап китеп, “Мир” кинотеатры эргәһенә оҙатырға бара. “Демонстрация һымаҡ булды”, – тип һөйләнеләр аҙаҡ.
Беҙ уҡыуҙы бөткәс тә, Сәбилә Ғәй­зулла ҡыҙы яҡшы уҡыған уҡыусы­ларҙың ата-әсәләренә: “Ба­лағыҙ яҡшы уҡыны, инде артабан юғары уҡыу йортона ебәрегеҙ”, – тип хаттар яҙған. Һәм беҙ ете кеше бер юлы Башҡорт дәүләт универси­те­тының төрлө факультетына уҡырға индек. Сибай педучилищеһында шундай уҡытыусыларҙан белем алғас, беҙгә юғары уҡыу йортонда уҡыуы еңел булды.
Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙының яҡшы уҡытҡанын, ижади эшләгәнен Өфөнән тикшерергә килгән ко­миссия ағзалары күреп, “земной поклон Вам за такие уроки” тип маҡтап, уға баш ҡалаға юл асты­лар. Ғаиләле, ике бәпесле ҡатын-ҡыҙға өйрән­гән ере­нән йырылып сығып китеү бик ауыр була. Әммә Айрат ағайҙың көслө характеры, гел алға ынтылыуы, апай­ҙың һәләте, уңғанлығы этәр­гес көс бирә. Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙын РСФСР Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр буйынса ғилми-тикшере­неү институтының Баш­ҡортостан филиалына эшкә күсе­рәләр, артабан уны партия ойош­маһы секретары итеп һайлап ҡуялар.
1976 йылда уға РСФСР-ҙың мәға­риф отличнигы, артабан Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен бирәләр.

Филиалда эшләү осоронда Сә­билә Ғәйзулла ҡыҙы башланғыс кластарҙа рус теле уҡытыу буйынса ике монография сығара, беренсе тапҡыр балалар баҡсаһы, әҙерлек кластары, I – III кластар өсөн программалар, дидактик материалдар, дәреслектәр эшләүсе авторҙар коллективына етәкселек итә. Өс методик әсбап Ленинградта сыға, бер нисә уҡыу программаһы, методик әсбап Мәскәүҙә баҫтырыла.
1980 йылдың ғинуарында Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Мәскәүҙә милли мәктәптәр институтының ғилми советында кандидатлыҡ диссерта­цияһын бик уңышлы яҡлай.
Эшләгән ерендә мөдир түгел, ә парторг булһа ла, хеҙмәткәрҙәргә фатир алыу эшен дә ул алып бара. Филиалда ең һыҙғанып эшләп йөрө­гәндә уны партия өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлегенә мәктәптәр буйынса мөдир урынба­ҫары итеп эшкә күсерәләр. Өлкә комитеттағы эштең яуаплылығы үтә ныҡ була. 1984 йылда партия Үҙәк Комитетының ҡарары буйынса бөтә СССР тигән илебеҙҙә мәктәп ре­формаһы башлана. Эш баш ҡал­ҡытҡыһыҙ булып китә.
1985 йылдың башында, Өфөлә һәм Мәскәүҙә бөтә сират күперҙәрен үткәртеп, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙын Башҡорт АССР-ының мәғариф министры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул мәк­тәп реформаһының йөкмәткеһен, йүнәлештәрен, уның ҡуйған бурыс­тарын һыу һымаҡ өйрәнгән була. Реформа партия өлкә комитеты етәкселегендә, министрлыҡтың баш күтәрмәй эшләүе һөҙөмтәһендә, ра­йон етәкселәренең, РОНО мөдирҙә­ренең был эшкә бик яуаплы ҡарау­ҙары арҡаһында һөҙөмтәле, уңышлы алып барыла, хайран ҡалмалы эштәр эшләнә, өс-дүрт йылда реформаның ыңғай һөҙөмтәләре күренә. Әммә, кем башы менән уйланыптыр, 1988 йылда, 20 йылға иҫәпләнгән, гөрләп барған реформаны емереп, Мәғариф министрлығын һәм профессиональ-техник белем биреүҙе атҡарған Дәүләт комитетын бөтөрәләр. Ошо урында мәктәп реформаһына нөктә ҡуйыла.
Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы үҙе һорап Башҡорт дәүләт университетына күсә, сөнки уҡытыу – уның яратҡан эше. Бында өс йыл уҡытҡас, уны Сибай институтына ҡайтаралар. Бында ла ул кинәнеп эшләй, сөнки уҡыусыларҙы ярата. 2001 йылда ул йәнә Өфөгә килә, ике йыл Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Республика ғилми методик үҙәгендә эшләп, 2003 йылда, 45 йыл эшләп, хаҡлы ялға китә.
“Эштән китеүе ҡыйын булманымы?” – тип һорайбыҙ апайыбыҙҙан. “Юҡ, бер ҙә ауыр кисермәнем. Бөтә нәмәнең дә үҙ ваҡыты һәм сиге була. Гел сапҡан аттай эшләп йөрөп, күп эштәрем ҡуҙғалмай ята ине. Уларға тотондом. Минең бер ваҡытта ла эшһеҙ сағым булмай. Ваҡытымды бушҡа үткәрмәйем, сөнки ваҡыт – ул Хоҙай биргән бик ҡиммәтле бүләк”, – тип беҙгә һабаҡ булырҙай яуап бирҙе Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы.
Уҡытыусыбыҙҙың ике улы бар: Илдар һәм Алмас Ғафаровтар. Улар беҙҙең күҙ алдында үҫте. Ир етеп, икеһе лә танылған шәхестәр булып китте. Илдар республикала “Аманат” исемле беренсе башҡорт ансамблен төҙөп, сәхнәләрҙе шаулатып йөрөнө. Ошо исемле студияны булдырыусы ла Илдар ине. Мәшһүр йырсыла­рыбыҙҙы һәм ҡурайсылары­быҙҙы кассеталарға яҙып сығарыуҙы ойоштороусы ла Илдар булды. Бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” буйынса анимацион фильм эшләп, Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында ғилми конференцияла күрһәтеүсе лә ул ине.
“Ант” ансамблен белмәгән кеше юҡтыр. Уның етәксеһе, йырсыһы, ҡурайсыһы, гитарасыһы – һәүәҫкәр композитор Алмас Ғафаров. “Ант”, республиканы гиҙеп, Көнсығышҡа тиклем барып етеп, Камчаткаға сығып, концерт ҡуйып ҡайта. “Баш­ҡорттарыбыҙ, үҙ туған телендә йыр­ҙар һәм ҡурай тыңлап, ятып иланылар”, – тип аптырап һөйләне анттар. 1997 йылда “Ант” ансамбле егет­тәренә “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән исем бирелде. 1999 йыл­дың июнендә “Аманат” студияһы егеттәре Илдар Ғафаров, Алмас Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Юлдаш Ураҡсин, Руслан Ниғмәтовтарға Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы бирелде.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй – Алмастың улы Искәндәр фортепиано буйынса ике уҡыу йорто бөттө һәм шул арауыҡта музыканттарҙың халыҡ-ара кимәлендәге һигеҙ конкурсында (Италия, Киев, Болгария, Өфө, Будапешт, Прага, Ырымбур, Париж) беренсе урынды алды. 2011 йылда Искәндәр Алмас улы Ш. Бабич исемендәге премияға лайыҡ булды.
Алмас ҡустының тағы ике матур ҡыҙы бар: III класта белем алған уҡыу алдынғыһы Динара һәм бәләкәс Данира. Бына ошондай балаларына ҡыуанып, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы бер туҡтамай эшләй ҙә эшләй. Бөтә тормошона анализ яһап, ул “Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы” тигән бик йөкмәткеле, фәһемле китап яҙған, әммә ул биш йыл буйы нәшриәттә сират көтөп ята. Беҙ йәш саҡта белмәгәнбеҙ – апайыбыҙ шиғырҙар ҙа яҙған икән, бик матур итеп башҡорт халыҡ йырҙарын йырлаған.

Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы тураһында һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел.