Баймаҡ халыҡ ижады йортонда үткән сарала райондың 2019 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды, фиҙакәр хеҙмәттәре менән төбәкте данлаған, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни, ижтимағи күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға тос өлөш индергән хеҙмәт алдынғылары һәм коллективтар бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙ сығышында иҡтисади үҫеш, ауыл хужалығы, социаль өлкәләге күрһәткестәрҙең үткән йыл менән сағыштырғанда юғарыраҡ булыуын билдәләне. Баймаҡтың иң ҙур байлығы булған тырыш халҡының ҡаҙаныштарына айырым туҡталып, иң алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Хөкүмәт һәм район кимәлендәге наградалар тапшырҙы.
"Беҙҙең алда йылдың мөһим ваҡиғаларын — Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын, Урал аръяғы инвестиция һабантуйын, Бөтә донъя фольклориадаһын, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияларын лайыҡлы үткәреү бурыстары тора", — тип йәнә район халҡын әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы етәксе.
2019 йыл йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәләрҙә үҙ һөнәренең оҫтаһы тип табылған хеҙмәт алдынғылары башлыҡ ҡулынан диплом һәм ҡиммәтле бүләк алып һөйөндө. Сараны район таланттарының сағыу концерты биҙәне. Баймаҡтар үткән йылға йомғаҡ яһап ҡына ҡалманы, Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан, республикалағы Зауыҡлы биләмәләр йылын тантаналы асып, йылға яңы пландар билдәләне.
Фото Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.