#ӨЙҘӘ студенттар форумы бер нисә майҙансыҡтарға бүленеп эш итә. Уларҙың араһында мәғариф, фән, медицина, һанлы сәнәғәт, энергетика, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләр бар. Һәр ҡатнашыусы күңеленә ятҡан бүлектә белемен камиллаштыра, уңышлы спикерҙарҙың сығышын тыңлай, үҙенә файҙалы мәғлүмәттәр теркәй ала.
Мәҫәлән, "Ауыл - һинең мөмкинлектәр биләмәһе" майҙансығында "Северная Нива" ойошмаһы директоры Николай Лукериндың сығышы студенттар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. "Северная Нива" малсылыҡ өлкәһендә уңышлы эшләп кенә ҡалмай, йәш кадрҙарҙы ла эш урындары, лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итә.
"Беҙҙә практика үткән студенттарға ғына айына 25-35 мең һум түләйбеҙ. Үҙебеҙҙең малсылыҡ мәктәбе бар, унда уҡыған йәштәргә артабан эш урындары буласаҡ", - тине Николай Лукерин.
"Trade & Kitchen: ғәжәпләндереү һәләте" майҙансығында РК Даско Групп президенты Александр Антонов "Был мөмкин" ресторандар селтәре асыу хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, йәштәрҙең ниндәй күләмдә эш хаҡы алыуҙары менән ҡыҙыҡһынды, Австриялағы күҙәтеүе менән уртаҡлашты: унда ил бюджетының 45 процентын туризм өлкәһендәге килем тәшкил итә. "Беҙгә лә ошоға ынтылырға кәрәк", - тине ул.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт майҙансығында Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа республикабыҙҙың билдәле сәнғәт әһелдәре студенттар менән йәнле әңгәмә ҡора. Билдәле режиссер, продюссер Айнур Асҡаров нисек кино донъяһына аяҡ баҫыуын һөйләй, мультиинструменталист Зәйнетдин ижад юлының инеше, күтәрелеү-ҡолауҙары, уңыш сере хаҡында бәйән итә.
"Торатау" конгресс-холының фойеларында сағыу күргәҙмәләр, интерактив майҙансыҡтар урын алған, төштән һуң Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте менән осрашыу көтөлә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.