Тыштағы буран, аҡ ялдарын елберләтеп, өй башының ҡалайын дыһырлатып, Зарифаның былай ҙа ҡурҡаҡ йөрәгенә шом һалды. Ул шәлен яурынына эләктерә һалып, трактор геүләүенә ҡолаҡ һалырға тышҡа сыҡты.
– Әй, әттәгенәһе, ҡасан ғына киләләр инде. Төн уртаһы етте. Һаман юҡтар.
– Ҡайтырҙар әле. Бөрйән районы төпкөлөндәге бейек тауҙан биргәндәр ағасты. Алыҫ бит. Ҡасан юл ярып, барып етеп, ҡарағайҙарҙы йығып, яңы тейәп бөткәндәрҙер, – тип башын мендәргә терәне.
Ғәрәсәт шул тиклем шашҡан, урамдың ҡаршы яғындағы өйҙәр бөтөнләй күренмәй. Зарифа, бүре-буран олоғанына ҡушылып, ҡолағына трактор геүләүе салынғас, урамға атылды.
– Таңғы биштә сығып киткәйнегеҙ. Хәҙер ней сәғәт өс...
– Килеп тороп алыҫ. Тауҙың иң башынан биргән булғандар. Алай ҙа Динмөхәмәтте алып барғанмын. Уралдың иң текә башынан ҡарағайҙарҙы аҫҡа тартты. Таһыллы икән дә үҙе... Егерме төп ҡарағай бүлгәндәр. Биш ҡайын ҡушҡандар. Уныһын алманым, – тип мөңгөрләне Рамаҙан.
Хужабикә ҡабаланып өҫтәл әҙерләне.
– Элек атай-олатайҙар ҙур өй һалып ыҙаламаған. Халиҡ олатай утлыҡ кеүек өйөндә биш килене менән йәшәгән. Аҙаҡтан һәр береһенә өй эшләп биреп, башҡаландырған. Йорттары ниндәй бит әле, верандалы, бейек. Үҙенсәлекле оҫталыҡ бысҡыһы – хәҙер ауылда музей экспонаты, – тип әңгәмә ҡорҙо өй хужаһы.
– Хәҙерге килендәрҙе йәшәтерһең ҡәйнәләре менән, – тине, әңгәмәне дауам итеп, бүрәнә тарттырырға ялланған Динмөхәмәт. – Башлап Ғәлминур килен ҡайны-ҡәйнәһе донъяһынан айырылып, утлығына күсенгәйне, ауылдың бөтә килендәре уны ҡабатланы. Ә бит кинйә малай төп өйҙә ата-әсәһен тәрбиәләп йәшәргә тейеш тигән алтын аҡыл була торғайны.
– “Башҡаның башы ауырымай тиҙәрме шул хәҙерге йәштәр. Айырым йәшәүҙе хуп күрәләр шул, – тине Рамаҙан.
– Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй хәҙерге йәштәргә ҡунаҡ, йоҡо, аш бүлмәһе лә булырлыҡ итеп йорт төҙөргә кәрәк. Һәр атайҙың бурысы – малайына өй һалып сығарыу, – тип фекер йөрөттө тракторсы.
– Элек исем өсөн ун-ун биш кубометр яҙҙыртып алаһың. Күпме теләйһең, шунса ҡарағайҙы йығаһың. Өйөнә лә, таҡтаһына ла етә ине, – тип дауам итте Рамаҙан. – Район үҙәгенә барып рөхсәт алмайынса булмай шул хәҙер. Бөтәһенә лә биреп тә бармайҙар, етмәһә.
Буран асыуланып, тәҙрәләргә услап-услап ҡар йомарлағын һуғып, уларҙы һағайтты.
– Буран көсәйҙе. Ҡайтып ҡалырға кәрәк. Күпер тирәһендә батылыр... – тип тракторсы урынынан торҙо. Зарифа уның сумкаһына күстәнәс, эсеп бөтөрмәгән бер шешәһен һалып, тәғәйен аҡсаһын тоттороп, өйгә инде. Рамаҙаны ҡаты ғына:
– Бер ярты тап. Эскем килә, – тине, шыңшып.
– Эй, Хоҙайым, ят та йоҡла инде... – тип Зарифа иренә инәлде.
– Йоҡламайым. Ниңә, әллә бер яртың йәлме? – тине ир, боҙло күҙҙәрен алартып.
Балаларын тәмле йоҡоһонан уятмаҫ өсөн, бесәйҙән дә йомшағыраҡ баҫып, Зарифа эҙләнеп сығып китте. Күршеләренең ишеген шаҡып ҡараны, яуап юҡ. Йорт һаҡлаған бурҙайҙаран ҡасып, ауыл уртаһындағы юлға төштө. Әсе ҡыуғын ел Зарифаның тамам өшөгән йәнен тағы ла нығыраҡ туңдырҙы.
“Эй, Хоҙайым, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Юҡҡа ғына “алтын ҡуллы Рамаҙан” исеме йоҡмаған. Башҡа ҡатындар шикелле телевизор, электр йөн иләгес йүнәттереп кешегә инәлеп йөрөгәнем булманы ла. Малайҙарым тыуғас та, Нөгөш буйы муйылынан сәңгелдәк-сәмелдәген, уҫаҡтан саңғы-санаһын да “һә” тигәнсә яһап балаларымды ҡыуандырҙы. Эшләнә торған өйҙәренең фронтонына нағыштың эскизын әҙерләгән. Ундай семәр биҙәк-сәскәне Зарифа бығаса күрмәне лә. Ә эсһә...
Ташҡа үлсәйем, бөтөнләй һантый атҡа әйләнеп, юҡ, ат кеүек үрәпсемәй, сапсышмай, ә “тыпырсынып”, бер урында оҙаҡ ултыра алмай, баянын алып, өй беренсә йөрөй. Ә теле... Теленә тилсә сыҡҡанмы ни, “тура әйткән туғанына ярамаған” тип Рамаҙанға ҡарата ғына әйтелгәндер. “Үҙеңдең кем икәнлегеңде белгең килһә, күршең менән иреш” тигән әйтемдәгесә, һуғышыуға тиклем барып еткән ваҡыттары ла булғылай.
“Булһа, ирһеҙ кешелә барҙыр” тип, яңғыҙ Әлфиәнең ишеген туҡылдатты.
– Ете төн уртаһында ниңә кеше ҡурҡытып йөрөйһөң? Нимә булды? Нимә кәрәк? – тине уныһы күҙҙәрен ыуалап.
– Берәй яртың юҡмы? Иртәгә табып бирермен. Литр булһа, бигерәк һәйбәт булыр ине, – тип тә өҫтәне.
Зарифа ике шешәне ҡуйынына тығып алды ла ҡайтыу яғына йүнәлде. Шул уҡ эттәр, ҡараңғы төндә боғаҙынан алырҙай булып зыҡ ҡубып, эй был хәстрүш икән дә, тип танып йәнә урындарына боҫто.
Өйҙә Рамаҙаны, түшәгендә салҡан ятып, эске көтә ине:
– Бармы? Булмаһа, күрше ауылға китәм.
– Мә, туйын. Эскән араҡың йылға булып аҡҡандыр инде, – тине Зарифа.
Һолҡолдатып бер рюмканы тамағы төбөнә оҙатҡас, Рамаҙан:
– Эс, нимә ҡарап ултыраһың, һупай өкө, – тип, үҙе эскән рюмкаһына ҡойоп, уға һондо.
Таң һыҙыла башлағанда ғына, иренең башы һалпайып, йоҡлап китте. Хәлдән тайған Зарифа ашыҡ-бошоҡ, ҡулына нимә эләгә, шуны кейеп, фермаға йүгерҙе. Егерме биш һыйырын көскә һауып ҡайтҡанында, ире, бер ни булмағандай, рәхәтләнеп хырылдай ине. Күрәһе ыҙалары бының менән генә бөтмәгән икән...
Рамаҙаны, тиҙ-тиҙ кейенеп, машинаһының асҡысын алып, ҡапҡаны шар асып, ғыжылдаған-шыжлаған тауыштар сығарып, елдереп сығып та китте. Шәп тиҙлектә урамдың бер осонан икенсе осона һәм кирегә сабауыллағанын ишетеп ятһа ла, йоҡоһона баш була алмай, ятыуын белде.
Ярты төн уртаһында иренең тауышына уянып китеп, һораған нәмәһен ҡуйғас:
– Ниңә шул тиклем эсәһең? Тамағың туямы? Күрше ауылдан килгән ҡатын эскесе улына, йәшел төҫтәге урман ҡандалаһын ҡараңғыға ултыртып ҡуйып эсергәс, эскене ташлаған... – тип әйтеп тә бөтөрмәне:
– Түлкә эсереп ҡара! Һине ташлармын, араҡыны – юҡ! – тип шешәне түшенә ҡыҫып һөйҙө.
Таң юлдашы Ай, күк йөҙөндә салҡан ятып, Зарифаға тексәйгән. Тирә-яҡта һиллек. Иртәнге, киске һауындан һуң да Рамаҙан йомшаҡ карауатында улай-былай әйләнеп, йоҡо һимертте.
Иренең ғәҙәттәренә күнегеп, мосолман ҡатындарына ғына хас булғанса, эшкә баҫылып көн күрә Зарифа. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышына яҙылған ҡанундыр ул. Уларға төшөп йөрөгән мәрйә: “Беҙҙең ожмах – ер өҫтөндә, һеҙҙеке – ер аҫтында”, тигәйне бит. Ысынлап та шулай түгелме һуң?! Мәрйә халҡы емеш-еләк ашап, ял йорттарында һаулығын нығыта, ә башҡорт ҡатыны, утыҙар-ҡырҡар килограмлыҡ тоҡтарҙы күтәреп һыйырҙарға ем ташый, ун-ун икешәр литрлыҡ биҙрәләр менән һөт йә һыу ташып, билдән яҙып, аяҡ-ҡулдары һыҙлап, хаҡлы ялға сыға.
Эштән ҡайтып, башын мендәргә терәгәнсе ҡыйырһытыуҙар, һәр төрлө мыҫҡыллауҙар, төрттөрөүҙәр йәшәйешенең мәғәнәһен үҙгәртте Зарифаның. Эргәһендәге боҙ кеүек һалҡын тормош иптәшенең сәнскеле һүҙҙәре, ҡыланышы йөрәген телгеләп, сыҙай алмаҫлыҡ хәлгә килтереп, бөгөн үҙенең йәнен үҙе алырға уйланы. “Балаларым кеше ҡорона тулған, кәм-хур булмаҫ әле”, – тип уйланып ята торғас, тәрән йоҡоға сумды.
...Аяҡ осона, тирә-яҡты яҡтыртып, яй ғына тәрилкә-карап килеп төштө. Тәрилкә карабының ҡап уртаһында, йәшел төҫтәге эре бал итәкле күлдәген йәйелдереп, ҡара төҫтәге камзулын кейеп, яулығын ябынып, тубыҡланып, мөләйем, аҡ йөҙлө әбей ултыра. Ул, ҡулдарын алға ҡуйып, оҙаҡ итеп аят уҡығас, “тәрилкә” карап төшкән еренән кире үргә менеп осоп китте. Кем булды был? Кем уның йәнен һаҡлай? Тимәк, миңә йәшәргә кәрәк. Ә нисек? Бармы икән берәй дарыу, берәй сара? Йәшел йыланды ауыҙлыҡлап буламы икән...