Ҡыштың һуңғы айы бара. Сатлама һыуыҡтары менән ҡыуандырманы быйылғы уҫал миҙгел. Хатта ямғырҙар һибәләне, урамдар буйлап гөрләүектәр йүгерҙе.
Йәй ҡышҡа ҡарап килә, тигән ырым бар халыҡта. Икенселәре йәй һалҡын булмаҫмы икән, тип тә борсола.
Халыҡ-ара тикшереү үҙәге хәбәр итеүенсә, донъяның башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә һауа торошоноң йылыныуы ике тапҡыр тиҙерәк киләсәк. Ошонан сығып, быйыл йәй шаҡтай эҫе буласаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Эйе, йәй миҙгеленең йылы килеүен бөтәбеҙ ҙә теләйбеҙ. Рәхәтләнеп ял итергә, һыу инергә, еләк-емеш йыйырға мөмкинлек буласаҡ. Әммә Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә быға тиклем үк ныҡ йылытасаҡ.
Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, быйылғы ҡышта Тверь, Брянск, Смоленск өлкәләрендә яуым-төшөм бик аҙ булған. Шуға бәйле унда ер ҡатламында дым да аҙ көтөлә. Был төбәктәрҙә яҙ ҡыҙыу көндәр менән башланасаҡ, ти синоптиктар. Мәҫәлән, мартта апрелдәге кеүек йылы көндәр киләсәк.