Йәмғиәт
12 Февраля 2020, 13:15

Әлшәйҙә тормош гөрләй

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әлшәй районына юлланды.

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әлшәй районында. Төбәк етәксеһе унда ауыл хужалығы предприятиеларының, мәғариф һәм спорт учреждениеларының эшмәкәрлеге, социаль объекттар төҙөлөшө менән таныша, шулай уҡ муниципалитетты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыша.
Ким ауылында ул республикалағы иң боронғо һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе – Аксенов агросәнәғәт колледжында булды. Әле бында 870-кә яҡын кеше уҡый. Былтыр колледж “Мәғариф” милли проектына ярашлы, оҫтаханаларҙы WorldSkills стандарттары буйынса заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға Рәсәй Мәғариф министрлығының грантын отҡан. Уҡыу йорто “Таврос” компаниялар төркөмө менән эш итә. Студенттар ошо төркөмгә ингән Башҡортостан ит компанияһы предприятиеларында стажировка үтә, колледжды тамамлағас, шунда эшкә бара. Башҡортостан ит компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Ринат Зәйнуллин әйтеүенсә, ҙур инвестиция проектын тәшкил иткән “Әлшәй-ит” комбинаты реконструкцияланғас, 190 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, йәштәрҙең шунда йәлеп ителеүе лә мөмкин.
Төбәк Башлығы шулай уҡ колледждың дөйөм ятағында булды, студенттарҙың йәшәү шарттары менән танышты, директор Ришат Әбделвәлиев менән матди-техник базаны нығытыу, күсмә лаборатория һатып алыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты.
“Башҡортостан бройлеры” йәмғиәте районда күләмле проектты тормошҡа ашыра. Компания заманса ҡошсолоҡ комплексы төҙөй. Уның тәүге сиратын быйыл августа сафҡа индереү күҙаллана. Радий Хәбиров ҡошсолоҡ комплексын төҙөү барышын киләһе “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә тәҡдим итте.
Шафран ауылында республика етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғөбәйҙуллин менән осрашты. Улар һуғышта һәләк булған яугирҙәр мемориалына сәскә һалды. Радий Фәрит улы ветеранға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне, уны Өфөгә Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сараларына саҡырҙы.
Март аҙағында Раевка ауылында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыла. Әле бында төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланып килә. Радий Хәбиров, комплекста тәү сиратта балалар шөғөлләнергә, йөҙөргә өйрәнергә тейеш, тип билдәләне. Муниципалитет башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, районда балалар өсөн бөтә спорт секциялары һәм түңәрәктәре бушлай эшләй.
Ике йылдан Раевкала йәш хоккейсылар өсөн яһалма боҙ түшәлгән һырғалаҡ та сафҡа инәсәк. Башҡортостан Башлығы “Ыласын” спорт һарайында ошондай ҡарарға килде. 2005 йылдан бында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. 1,5 меңдән ашыу уҡыусы 19 спорт төрө буйынса секцияларға йөрөй. Радий Хәбиров көрәш, бокс, тренажер залдары буйлап йөрөп сыҡты, йәш көрәшселәрҙең сығыштарын ҡараны.
Район үҙәгендә республика етәксеһе “Исток” кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Хужалыҡ һөт йыйыу һәм һатыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә бында һөт эшкәртеү, һаҡлау һәм ҡойоу ҡорамалдары һатып алырға, май, ҡаймаҡ, эремсек етештерергә ниәтләйҙәр. Ошо маҡсатҡа кооператив матди-техник базаны үҫтереү программаһы буйынса 10,5 миллион һумлыҡ ярҙам алған. Производство яңы корпуста урынлашасаҡ. Әле объект төҙөлөшө башланған.
Әлшәй районындағы эшҡыуар Ринат Зарипов 20 йылдан ашыу инде икмәк, кондитер ризыҡтары бешереү менән шөғөлләнә. Уларҙың барыһы ла икмәкхана янындағы махсус магазинда һатыла. Радий Хәбиров етештереү технологияһы, продукция төрҙәре менән танышты, коллектив менән аралашты.
Раевкала ул шулай уҡ “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелгән ял паркын ҡарап сыҡты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас