Йәмғиәт
12 Февраля 2020, 16:15

Өс кешенең ғүмере өҙөлгән...

Иҫерек водитель арҡаһында...

Башҡортостанда иҫерек килеш автомобилгә идара итеү һөҙөмтәһендә өс кешенең ғүмере өҙөлә. Был аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы 2017 йылда уҡ теркәлә.

Дәүләкән район суды Әлшәй районында йәшәгән 43 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Водителде иҫерек килеш руль артына ултырып, өс кешенең үлеменә килтергән юл-транспорт һәләкәте яһауҙа ғәйепләйҙәр.

Башҡортостан прокуратураһынан белдереүҙәренсә, 2017 йылдың декабрендә автомобиль йөрөтөүгә хоҡуғы булмаһа ла (уның водитель таныҡлығы тартып алынған була), 43 йәшлек ир таныштары менән "Лада-Гранта" автомобилендә Өфөнән ҡайтырға юллана. Әммә Дәүләкәнгә етеп килгәндә ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә машина юлдан төшөп китеп түңкәрелә. Аварияла 46 һәм 54 йәшлек ике пассажир ауыр тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән бирә, ә 58 йәшлеге дауаханала вафат була. Водитель үҙе лә төрлө тән йәрәхәттәре ала, уға табиптар ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрә.

Экспертиза үткәрелгәс, водителдең иҫерек булыуы асыҡлана. Суд ҡарары менән ул алты йылға иркенән мәхрүм ителгән. Бынан тыш, өс йылға водитель таныҡлығынан да ҡолаҡ ҡағасаҡ. Етмәһә, ике миллион һум әхлаҡи зыян да ҡаплаясаҡ. Судта ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас