– Былтыр апрелдә улар эшкә тип Пермь крайына киткәйне, тик унда хеҙмәт хаҡы түләмәнеләр. Сентябрҙә Санкт-Петербургҡа юлландылар, унда “Инком+” фирмаһына урынлаштылар. Унда ла эш хаҡы менән бер ни тиклем проблемалар булды, шулай уҡ түләмәй маташтылар. Декабрҙә Азамат менингит менән сирләп китте, Боткин дауаханаһында ятты. Айбулат әйтеүенсә, шунан һуң уның хәтере насарайған, ҡайһы бер нәмәләрҙе онота башлаған, – ти егеттәрҙең атаһы. – Улар Выборг районында, “Урман” метро станцияһында йәшәй ине, шунда ҡунып йөрөй торған урындары булған. Ҡайҙа ла булһа китергә йыйыныуҙары тураһында өндәшмәнеләр, элек былай юғалғандары юҡ ине. Азаматты ҡатыны һәм ике улы көтә, Айбулат минең менән йәшәй ине. Улар менән нимә булғандыр, белмәйем. Берәй ерҙә асарбаҡ булып йөрөйҙәр һәм ҡайта алмайҙарҙыр тип ҡурҡам.