Әлбиттә, бындай хәлдәр йырсылар араһында ғына күҙәтелмәй, ябай кешеләр ҙә быға йыш тарый. Әлеге аккаунты хәҙер Ризаттыҡы ғына түгел икән, ә йондоҙло ғаиләнең уртаҡ сәхифәһе лә. "Һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ йәки теләктәрегеҙ булһа, бында яҙығыҙ. Зинираны юғалта күрмәгеҙ берүк", - тип хәбәр итә ғаилә башлығы.
Рамаҙановтар ғаиләһе тағы бер күңелһеҙлеккә юлыҡҡан. Зинираның ауырып китеүе сәбәпле, бер нисә урында буласаҡ концерттары күсерелә икән. Йырсының тиҙерәк һауығып, сәхнәгә ҡайтыуын теләйек.