Йәмғиәт
17 Февраля 2020, 18:10

Яратҡан йырсыбыҙ Нурия Абдуллинаның хәле нисек?

Уның күптән түгел Санкт-Петербургта тапшырған анализдарының һөҙөмтәһе билдәле булды.

Яратҡан йырсыбыҙ, моңло йырҙар авторы Нурия Абдуллинаның бер нисә йыл элек яман шеш ауырыуына тарып, дауалау курстары үтеүе хаҡында хәбәр итеп торабыҙ.
Күптән түгел уның йәнә Санкт-Петербургҡа барып анализдар тапшырғаны хаҡында ла мәғлүмәт сыҡты. Ошо көндәрҙә йырсы уның һөҙөмтәһе билдәле булыуы хаҡында “Бәйләнештә”ге төркөмөндә хәбәр итте.
“Анализдарҙы алдым, бөтәһе лә яҡшы, ремиссия дауам итә. Йәшәйем, тын алам, шулай ҙа кире эҙемтәләр бар. Бының өсөн бик яҡшы булмаған препараттар эсергә тура килә. Быныһы ла үтер тип уйлайым. Бөтәһе өсөн ваҡыт кәрәк. Ә төрлө ауыр диагноздар булып, миңә шәхсән яҙғандар, хафаланмағыҙ, зинһар, ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ. Үҙегеҙгә, кешеләргә, тормошҡа ышанығыҙ! Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм йәнегеҙгә яҡтылыҡ теләйем. Һеҙҙе яратам һәм рәхмәт әйтәм!” – тип яҙҙы Нурия Абдуллина.
Фото: “Бәйләнештә”.

Читайте нас