Йәмғиәт
18 Февраля 2020, 09:30

450 меңлек тәҙрә “ҡуйған”

Ҡармаҡҡа башлыса пенсионерҙар һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгән ауылда йәшәүсе кешеләр “эләгә”.

Белорет район-ара суды тарафынан кешеләрҙе алдап, еңел юл менән байырға теләгән эшҡыуарҙың эше ҡаралды.
Енәйәт түбәндәге схема аша башҡарыла. Шәхси эшҡыуар үҙенең менеджерҙары ярҙамында физик шәхестәр менән евротәҙрәләр ҡуйыу өсөн ялған килешеүҙәр төҙөй. Эшләнәсәк эштәр өсөн аҡса, ҡулланыусы кредиты аша, уның иҫәбенә күсерелә. Әммә, мут эшҡыуар евротәҙрәләр ҡуйыу тураһындағы бурыстарын “онота”. Ошо рәүешле ул 450 мең тирәһе аҡсаны үҙләштерә. Ҡармаҡҡа башлыса пенсионерҙар һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгән ауылда йәшәүсе кешеләр “эләгә”.
Евротәҙрәләрҙе көтөп ала алмаған граждандар хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итәләр.
“Мутлашыусы үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны, ҡылығы өсөн үкенеүен белдерҙе. Зыян күреүселәрҙең дә ҡаты яза биреүҙе талап итмәүҙәрен һәм ғәйепләнеүсенең ике бәләкәй балаһы барлығын иҫәпкә алып, суд уның ҡылығын РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса квалификацияланы, ул ике йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк”, - ти суд консультанты Гөлнара Мөхәмәтшина.
Фото: napensii.ua
Читайте нас