Йәмғиәт
25 Февраля 2020, 18:19

Журналист булып ҡалам!

Арҙаҡлы журналист һәм яҙыусы Ризуан Хажиевтың был ҡанатлы һүҙҙәрен яҙыуымдың сәбәбе ябай: быйыл миңә 80 йәш тулды, шул уңайҙан сәхифәләремде тәҡдим итәм. Иҫтәлектәремде тап “Башҡортостан” гәзитенә ебәреүем дә аңлашылалыр – республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһы менән илле йылдан ашыу хеҙмәттәшлек иттем.

Арҙаҡлы журналист һәм яҙыусы Ризуан Хажиевтың был ҡанатлы һүҙҙәрен яҙыуымдың сәбәбе ябай: быйыл миңә 80 йәш тулды, шул уңайҙан сәхифәләремде тәҡдим итәм. Иҫтәлектәремде тап “Башҡортостан” гәзитенә ебәреүем дә аңлашылалыр – республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһы менән илле йылдан ашыу хеҙмәттәшлек иттем.



Тормош күп яҡлы


Үҙем Йылайыр районынан булһам да, журналист яҙмышым Баймаҡҡа бәйле. Бында район гәзите редакцияһында 40 йыл (37 йылын баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ) эшләп, 65 йәшемдә хаҡлы ялға сыҡтым. Әлбиттә, урындағы гәзит менән генә сикләнмәнем, республиканың күп баҫмалары менән дә хеҙмәттәшлек иттем. Совет заманында район гәзиттәре урыҫ телендә әҙерләнде, ә һуңынан баш­ҡортсаға тәржемә ителде. Ҡыҫҡаһы, миңә ғүмер буйы урыҫса яҙырға тура килде. Һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, тейешле кимәлдә тотоу өсөн “Ленинец”, “Советская Башкирия”, “Известия Башкортос­тана” гәзиттәренә яҙыштым, ләкин миңә туған телдә яҙышыу мөһимерәк ине, шуға күрә, “Башҡортостан” гәзите менән даими бәйләнештә булдым. Бигерәк тә пенсияға сыҡҡас, әүҙем хәбәрсегә әйләндем.

Күп хәбәрселәр, башлыса, ыңғай хәбәрҙәр генә яҙырға ярата. Ә тормош бит күп яҡлы, етешһеҙлектәре лә осрап тора. Шуға матбуғат та йәшәйешебеҙҙе барлыҡ тулылығында яҡтыртырға тейеш. Мин “Башҡортостан”ға ошо талаптан сығып яҙыштым да инде. Бер нисә миҫал килтермәксемен. 2010 йылда “Үҙнәшер сәскә ата, ә китаптың бәҫе китә...” тигән ҙур мәҡәлә баҫтырҙым (уны тулы килеш биргәндәре өсөн рәхмәт).

Яҙмамды шундай һүҙҙәрҙән башланым: “Совет заманында үҙ аҡсаңа йә булмаһа бағыусы ярҙамында китап сығарыуҙы күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел ине. Ә үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҙнә­шер ғәҙәти хәлгә әйләнде: айырым автор­ҙар, нәшриәттәге күп йыллыҡ сираттан төңөлөп йә булмаһа үҙҙәренең “йомшаҡ”, бәхәсле, низағлы әҫәрҙәрен мотлаҡ баҫты­рыу ниәтенән китап нәшерләү эшенә тотондо. Бигерәк тә әрһеҙерәктәр әүҙемлек күрһәтте – тиҙ арала бер нисә әҫәрен сығарып өлгөрҙө. Урындағы типогра­фия­лар­ҙың техник мөмкинлектәре киңәйеү менән “китап ене” бик күптәргә ҡағылды һәм һәр ҡалала, район үҙәгендә үҙ әҫәр­ҙә­рен баҫып сығарыусы “яҙыусылар” күбәйҙе”.

Үҙнәшер китаптарының күбеһенең һай йөкмәткеле булыуы, ҡытыршы тел менән яҙылған, грамматик, орфографик, башҡа төрлө күп һанлы хаталар менән сыға­рылыуы тураһында яҙып, Сибайҙа, Баймаҡта, Аҡъярҙа, Өфөлә нәшер ителгән баҫмаларҙан аныҡ миҫалдар килтерҙем.

Хаталарҙы күрһәтеүҙән бигерәк уларҙы бөтөрөү юлын табыу мөһим. Тимәк, нәшер­ҙәр менән авторҙар тығыҙ бәйләнештә, юғары яуаплылыҡ тойоп эшләргә тейеш. Тағы ла шул: тейешле контроль кәрәк. Хәҙер урындағы типография, редакциялар менән бер рәттән, редакция-нәшриәт комп­лексына инә. Уның директоры гәзиттәр менән генә шөғөлләнмәй, ә типография продукцияһы өсөн дә яуаплы.

Был мәҡәлә тураһында тәфсирләп яҙҙым, сөнки күтәрелгән мәсьәлә һаман да көнүҙәк булып ҡала.


Телмәребеҙ таҙамы?


“Телгенәм-бергенәм” рубрикаһында байтаҡ хәбәрҙәр баҫтырҙым. Мәҫәлән, 2012 йылдың башында “Халыҡҡа хөрмәт телмәрҙә сағыла” тигән мәҡәлә сыҡты. Унда, туған телебеҙ тураһында даими хәс­тәрлек күрмәйенсә, милли үҙаңды һаҡлап ҡала, үҫтерә алмаясаҡбыҙ, тигән фекер үткәрелә. Ғәҙәттә һүҙ, башлыса, матбуғат теле хаҡында бара. Мин иһә Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы ҡайһы бер тапшырыуҙарҙың телмәренә иғтибар йүнәлттем. Ҡайһы бер конкурстарҙа жюри ағзаларының ҡытыршы телмәренән аныҡ миҫалдар күрһәтеп яҙҙым. Конкурсты баһалаусыларҙың үҙ һөйләшенә иғтибар итмәүен асыҡтан-асыҡ билдәләп үттем.

Был мәҡәлә, әлбиттә, ҡайһы бер иптәштәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы, ләкин дөрөҫ һүҙгә ни яуап?!

Шуныһы һөйөнөслө: ул ваҡыттарҙан һуң ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Жюри ағзалары үҙгәрҙе, уларҙың телмәре лә шыма яңғырай. Ә бына “Башҡорт йыры”на, ниһайәт, башҡортса һәйбәт һөйләшеүсе маһир белгестәр йәлеп ителгән – Азамат Тимеров, Гөлназ Ғәлина һәм Йәмил Әбделмәнов (уларҙың икеһе Баймаҡтан булғаны өсөн генә маҡтамайым).


“Башҡорт йыры”ның кимәле ҙур!


Әлбиттә, һирәк-мирәк урыҫса махсус терминдар яңғырай, ләкин улар тапшырыуҙың йәмен боҙмай.

Ә бына “Йыл йыры” кеүек етди, рухлы, халыҡсан тапшырыуҙы буй-һыны ла, сыбар кейеме лә, ҡылансыҡланып һөйләшеүе лә, осоҡланып тороуы ла килешмәгән (тупаҫыраҡ әйткәндә, “маймылланған”) егеттең алып барыуы күп һорауҙар тыуҙыра. Минең был кире фекеремә йәшерәк коллегаларым да ҡушыла.

Совет осоронда районда үҙаллы башҡортса баҫмалар булманы, ә тик урыҫсанан тәржемә ителгән гәзиттәр генә баҫылды (Бөрйәндә генә гәзит туған телдә сығарылды). Был осраҡта, әлбиттә, телдең нескәлектәренә, үҙенсәлектәренә тейешле иғтибар бирелмәне һәм, башлыса, ҡоро, ҡытыршы мәҡәләләр баҫыла, мәғәнәүи хаталар ҙа ебәрелә ине. Шөкөр, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башлап хәл ҡырҡа үҙгәрҙе – район һәм ҡалаларҙа ла айырым башҡорт баҫмалары барлыҡҡа килде. Был һөйөнөслө хәл булды.

Шул уҡ ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ, телгә ҡарата битарафлыҡ (әллә наҙанлыҡ?) арҡаһында юҡ-юҡ та һәр төрлө хатаға юл ҡуйыла. Был күңелһеҙ хәл тураһында мин 2012 йылда “Алтын ҡаҙнабыҙ ярлылан­маһын тиһәк...” тигән мәҡәлә баҫтырҙым. Был матбуғат күҙәтеүендә район гәзиттәре тураһында һүҙ барҙы. 2013 йылда матбуғат күҙәтеүенә арналған икенсе мәҡәлә яҙҙым – “Хәбәрсе изге бурысын үтәйме?”

Был тәнҡит мәҡәләләре еңел генә үтеп китмәне. Баш мөхәррир Н. Сәлимов күп икеләнде. Икенсе мәҡәләлә хатта гәзиттәр аныҡ күрһәтелмәне – республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының матбуғат баҫмалары тип бирелде. Ниязбай Булатбай улының икеләнеүҙәре бушҡа булмаған, әлбиттә. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәр: баш­ҡорт гәзиттәренең тиражы былай ҙа аҙ, проб­лемалары күп, ә һеҙ тәнҡитләп маташаһығыҙ.

Тағы бер сетерекле мәҡәләне иҫкә алмаҡсымын. Ул – 2013 йылда баҫылған “Башҡортлоҡ нимәнән ғибәрәт?” Мин юғары белемде үткән быуаттың 60-сы йылдарында Өфөлә алдым. Уҡыу йортом “Баш­ҡорт­остан ауыл хужалығы институты” тип аталды. Әле килеп уны ҡайһы бер баҫ­малар – “Башҡорт аграр университеты”, ә икенселәр “Башҡортостан аграр университеты” тип яҙа һәм һөйләй. Минең фе­ке­ремсә, “Башҡортостан” тип алыу кәрәктер, сөнки уҡыу йорто тотош рес­публиканыҡы, ә башҡорттоҡо ғына түгел. Милләткә ҡа­ғылышлы осраҡта, әлбиттә, “башҡорт” тип алыу фарыз. “Башҡорт” тип яҙыуҙан ғына башҡортлоҡ артмай бит. Башҡортлоҡ ру­хиә­тебеҙҙе, мәҙәниә­тебеҙҙе үҫтереүҙә, ба­лаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе милли рухта тәрбиәләүҙә, ҡәрҙәштәребеҙҙең заманса белем алып, яңынан-яңы үрҙәргә артылыуында, уларҙың етеш, мул тормошта йәшәүендә сағыла.

Республиканың исемен “Башкирия” тип боҙоп яҙыу һәм һөйләү тураһында мат­буғатта байтаҡ һүҙ булды, ләкин хәл үҙгәр­мәй, битарафлыҡ күрһәтелә. Мәскәүҙәргә ни һан, бит үҙебеҙҙә ҡайһы берәүҙәрҙең “Башҡортостан” тип әйтергә телдәре әйләнмәй. Тимәк, был йәһәттән милли рухлы вазифалы етәкселәр талапсанлыҡ күрһәтергә тейеш.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, ошондай фекерҙәр әйтелде. Минең ҙур булмаған хәбәргә яҙыусы, фән докторы ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыҡты, “башҡорт” атамаһына ҙур мәғәнә һалыныуын, шуға күрә уны һәр осраҡта, киңерәк файҙаланырға кәрәклеген төплө дәлилдәр менән яҙып сыҡты. Мин, әлбиттә, абруйлы ғалим менән бәхәсләшмәйем, тик шәхсән фекеремде генә яҙғайным. Минең хәбәр барыбер бушҡа булманы, ул йәмәғәтселек иғтибарын бик мөһим мәсьәләгә йүнәлтте.

“Ветеран журналист тәнҡит мәҡәләләрен генә иҫкә ала, тормоштоң ыңғай яҡтарын күрмәгәнме әллә?” тигән фекер ҡал­маһын. Мин “Башҡортостан”ға ярты быуат яҙыш­тым, уның штаттан тыш хәбәрсеһе лә булдым. Эйе, мин гәзиткә үҙ хәлемсә ярҙам иттем, гәзит тә һөнәри үҫешемә булышты. Тағы килеп, гәзит мине хәбәрсе булараҡ хуплап килде, әүҙем яҙышырға дәрт­ләндереп торҙо, баһаһын да бирҙе.

1993 йылда гәзиттең 75 йыллығына ҡарата сығарылған буклетта иң әүҙем авторҙар исемлегенә индерелгәнмен (Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан берҙән-бер кеше булараҡ), махсус бүләккә лә лайыҡ булдым. Ә 2010 йылда гәзиттең Рә­сәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылына арнап үткәрелгән “Һөйөү һалдың кескәй йө­рәгемә...” ижади конкурсында беренсе урынды яуланым һәм ҡиммәтле бүләк – микротулҡынлы мейес менән бүләкләндем. Ошо уҡ йылда “Тубырсыҡ” ҡушым­та­һындағы “Минең сабыйым” фото­бәйгеһендәге уңыштары өсөн ейәнсәрем Элина менән ейәнем Тимур ҙа призлы урын алды. Редакцияның Маҡтау гра­мотаһын, гәзит ойошторған шахмат конкурстарында еңгән өсөн бирелгән китаптарҙы ҡәҙерләп һаҡлайым.

2012 йылда “Башҡортостан”да миңә тағы бер хөрмәт күрһәтелде: Илдар Ғәбитовтың кроссвордында һүрәтем баҫылды (гәзит уҡыусылар район журналистары араһынан Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияның беренсе лауреатын билдәләргә тейеш ине).

Алтмыш йәшемә ҡарата яҙылған очерктың да (2000 йыл, авторы – коллегам мәрхүм Тәфтизан Ушанов) тап “Башҡорт­остан”да сығыуы минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, онотолмаҫ бүләк булды. 2015 йылда иһә “Башҡортостан” минең 75 йәшлек юбилейым уңайынан Мәүлиҙә Яҡупованың “Журналист ағай” тигән ҙур күләмле мәҡәләһен баҫты. Ул унда бер туған ҡустым, Бай­маҡ­тың билдәле журналисы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәйризаман Үтәев менән төплө әңгәмә ҡорған.

Әйткәндәй, был яҙма М. Яҡупованың 2017 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Там, где перышко стало пером” тигән ки­та­бына ла индерелгән. Китап тигәндән, “Баш­ҡортостан” минең “Гәзит – тормош көҙгөһө. Жизнь – газетной строкой” исемле йыйынтығым (Баймаҡ, 2007) сығыуына ла ярҙам итте. Был журналист яҙмаларында Баймаҡ район гәзиттәрендә, республика баҫ­маларында донъя күргән мәҡәләләрем ике телдә баҫылған. Шуларҙың байтаҡ өлө­шө – 27 хәбәрнамә – “Башҡортос­тан”дан.

Юғарыла “Башҡортостан”дың хәбәр­селек эшемә ыңғай баһа биреп барыуын әйткәйнем инде. Был йәһәттән тағы бер миҫал. Баш мөхәррир В. Исхаҡов 2018 йылда Баймаҡҡа килгәнендә миңә тантаналы рәүештә гәзиттең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған: “Милләтебеҙҙең маяғы булған абруйлы баҫманың мәртәбәһен арттырыуға, уны таратыуға, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлауға тос өлөш индергәнегеҙ, гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”.


Гәзиткә рәхмәтлемен!


Эйе, был абруйлы гәзиттең хәбәрсеһе булғаныма ғорурланам, уның байтаҡ журналистары менән яҡындан таныштым, хеҙмәттәшлек иттем. Улар тураһында матур хәтирәләр һаман да онотолмай. Бер нисәһен һанап үтәйем: Йылайыр районынан яҡташтарым Кинйәғәле Амантаев (уның ҡатыны – башҡорт телен камил белгән, “Башҡортостан”да өлкән корректор булып эшләгән Тамара Тимофеева), Сәлмән Ярмуллин, Фәрит Әхмәров, шулай уҡ Иғдислам Мырҙабаев, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәтиәт Үзбәков, Азат Байсурин, Ирек Кинйәбулатов, Шәйхислам Айсы­уаҡов, Фәүзиә Иҙелбаева, Ильяс Иҫәнбаев һәм башҡалар.

Уҡытыусым, оҙаҡ йылдар гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Ильяс ағай менән бигерәк тә яҡын булдыҡ, бергә ко­мандировкаларға йөрөнөк, уй-фекерҙәре­беҙ уртаҡ ине. Әйткәндәй, юғарыла телгә алынған конкурсҡа ебәрелгән мәҡәләмдең бер геройы Ильяс ағай үҙе ине.

1992 йылда мин Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгәс, ул “Башҡортостан” гәзитендә “Тынғыһыҙ ижадсы” тигән мәҡәләһен баҫтырып, күп йыллыҡ хеҙмәтемде ихлас хуплап, ғорурланыуын белдерҙе. Абруйлы журналистың тос фекере премияға лайыҡ булыуыма булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.

Заманында “Башҡортостан” гәзите аша Баймаҡ игенселәренең, малсыларының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең данын тотош республикаға тараттым. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин, Ленин орденлы механизаторҙар Хәкимйән Үлйәбаев, Миңлеғәле Ғайсин (“Йылайыр” совхозы), Әүхәҙи Маликов (“Һәүәнәк” совхозы) кеүек алдынғыларҙың фиҙакәр хеҙмәтен яҡтырттым. Шулай уҡ респуб­ликаның атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, “Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған абруйлы етәксәлер Рим Сырлыбаев, Әғзәм Сәлихов, Андрей Лукьянов, Пётр Божеховский тураһында яҙып сыҡтым.

Етәкселәр тигәндән, Хәйбулла райо­нының күренекле совхоз директоры, әлеге көндә 89-сы йәше менән барған хөрмәтле ветеран Шәйехзада Исҡужин ағай һәм Фәүзиә еңгәй тураһында “Һандуғас һайрар мәл генә...” исемле очерк баҫтырҙым. Яҙыусылар Берйән Байымов, Азамат Ҡә­ҙерғолов, уҡытыусылар Гөлнур Лоҡ­манова, Булат Сәғитов, Азамат Сәлихов тура­һындағы һүрәтләмәләр, мәҡәләләр ҙә уҡыусылар тарафынан ыңғай баһа­ланды. Шулай уҡ Одесса портында “Бай­маҡ” теплоходында булыуым, башҡорт телен өйрәнеүсе американдар тураһын­дағы мәҡәләләр, Силәбе өлкәһенән юлъяҙмалар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Һиҙиәт Садиҡ улы Күсәбаев, Борхан Абдулла улы Сәмиғуллин, Вара Бәшәр улы Буранбаев – был өс яугир Баймаҡ төбәгенең арҙаҡлы шәхестәре, өсөһө лә заманында урындағы район гәзитенең баш мөхәррирҙәре булған, һәр саҡ Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, үҙ бурыстарын фиҙакәр үтәгән, намыҫтарына тап төшөрмәгән. Был уҙамандар тураһындағы очеркымды “Башҡортостан” 1992 йылда баҫтырып сығарҙы. Өс тағандың береһе лә юҡ инде. Күңелдә бәләкәй генә йыуаныс ҡалды: хөрмәтле ветерандар хаҡында йылы һүҙҙе республика гәзите аша үҙҙәре иҫән саҡта әйтеп өлгөрҙөм.

Районыбыҙҙың иң әүҙем хәбәрсеһе Салауат Мөхәмәтшин, дуҫ журналистар Әҡсән Вахитов, Әбделхәй Буранбаев, Хәйризаман Үтәев тураһындағы һүрәтләмәләр ҙә абруйлы гәзиттә донъя күрҙе. Респуб­ли­ка­быҙҙың билдәле шәхесе, ауылдашым, класташым, институтташым, фән докторы, Мәскәү профессоры Абрар Ярлыҡаповтың 70 йәшлек данлы тормошона арналған күләмле мәҡәлә баҫтырыуым менән дә ғорурланам.

“Көн һайын ошо урында...” рубрика­һын­да баҫылған мәҡәләләр гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, шуға күрә уларҙың авторҙарына ла оло кинәнес. Был шат­лыҡты миңә лә кисерергә яҙҙы: 2009 йылда “Ҡәләмде штыкка алмаштырып...” (фронтта һәләк булған Баймаҡ журналистары хаҡында), “Илле йылдан һуң да мәктәпкә тартыла күңелем”, 2011 йылда “Иңендә – халыҡ хәстәре” (Баймаҡ район гәзитенә – 80 йыл), 2012 йылда “Данлы исеме онотолмаған” (республикабыҙҙың тәүге ғалимдарының береһе Зәбихулла Исҡужин тураһында) тигән мәҡәләләр баҫтырҙым.

Республиканың абруйлы баҫмаһына булған ҡарашым 1992 йылдың 22 авгусын­да баҫылған “Яҙыласаҡмын!” исемле мә­ҡәләмдә асыҡ сағыла. Унан өҙөк килтерәм.

“... Ғөмүмән, яратҡан гәзит йәки журнал тураһында һүҙ барғанда, хаҡ мәсьәләһе беренсе урында торорға тейеш түгел. Миңә, мәҫәлән, “Башҡортостан” – рухи аҙыҡ сығанағы (иманым камил, башҡа бик күптәр өсөн дә шулайҙыр). Тимәк, көндәлек тормошто унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ваҡытында беҙ (үҙебеҙҙең урта быуын тураһында әйтәм) туған телебеҙҙе йүнләп өйрәнә алманыҡ. Хәҙер килеп “теле юҡтың – иле юҡ” тигән хәҡиҡәтте төшөнә башланыҡ, был йәһәттән аҙмы-күпме булһа ла белемебеҙҙе арттырырға тырышабыҙ.

Был изге эштә “Башҡортостан” беҙгә дәреслек булып тора. Унда йәнле һөйләш телен дә, матур әҙәбиәт өлгөләрен дә күрергә мөмкин. Шуға күрә күп мәҡәләләрҙе ҡәләм тотоп уҡыйым, таныш булмаған тапҡыр һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе, телдең төрлө хазиналарын яҙып алам...”


Яратҡан эшемде башҡарҙым


Оҙон тормош юлымдың иҫтәлектәре шуны раҫлай: журналист яҙмышымдан уңдым. 40 йыл буйы бер район гәзитендә яратҡан эшемде башҡарҙым, абруй ҡаҙандым, юғары баһаларға лайыҡ булдым. Райондың Сәғит Мифтахов исемен­дәге журналистар премияһының беренсе лауреаты булыуым менән ғорурланам. Республиканың район журналистарынан беренсе булып 1992 йылда уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булдым, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде бирҙеләр. Мин “Башҡортостан Респуб­ликаһына нигеҙ һалыныуға – 100 йыл” юбилей миҙалын да алып ҡыуандым.

Журналист һөнәре миңә күп район һәм ҡалаларҙа булырға, абруйлы шәхестәр менән аралашырға, төрлө баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, Мәскәү, Өфө, Сибай, Сыбаркүл ҡалаларында командировкала булдым. Урындағы, күрше-тирәләге Сибай, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Нуриман гәзит­тәренә генә түгел, республиканың “Сельские узоры”, “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдарына, “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортос­тан”, “Советская Башкирия”, “Известия Башкортостана”, “Ленинец”, “Йәшлек” гәзиттәренә яҙыштым. Минең хәбәрҙәр хатта “Правда”, “Ворошиловоградская правда” (әле Луганск халыҡ республикаһы), “Серп i молот” (Кировоград өлкәһенең Знаменка районы), “За коммунизм” (Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы) гәзиттәрендә, “Степные просторы” (Һарытау ҡалаһы) журналында баҫылды.

Шулай уҡ журналист яҙмаларымды ике телдә нәшерләнем, “Именем Ленина наз­ваны”, “Еңеүҙең йәшел төҫө. В погонах и без погон”, “Председатель правительства Зекерия Акназаров” китаптарында очерктарым баҫылып сыҡты. Авторҙаш булараҡ, “Руководители-аграрии Баймакского района” (Сибай, 2018) китабын яҙыуҙа ҡатнаштым, Йылайыр совхозына арналған баҫманы сығарыштым.

Әле Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты булыуым тураһында яҙғайным инде. Шуға бәйле бер хәл-ваҡиға ныҡ иҫтә ҡалған. Мәртәбәле премия, билдәле булыуынса, йыл һайын Республика көнө алдынан Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тапшырыла. 2006 йылда Ш. Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы тантанаға бөтә лауреаттар, күренекле журналист-ветерандар саҡырылды. Хоҙайбирҙин ауылына барышлай Юлдыбай мәктәбендәге класташым, Күгәрсен район советы рәйесе Марат Ихсанов оҙатыуында мөһабәт Йомағужа һыуһаҡлағысын ҡарап сыҡтым һәм онотол­маҫ тәьҫораттар алдым. Бүләкләү тантана­һынан алда бөйөк шәхес һәйкәленә гөлләмә һалдыҡ, уның исемен йөрөткән аллеяға ағас ултырттыҡ, музейҙа, урта мәктәптә булдыҡ.

Шулай итеп, күптәнге хыялым тормошҡа ашты – мәшһүр Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ерендә булдым. Уның изге рухы күңелемде байытты, ижади дәрт өҫтәне. Йәнә лә килеп Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ризуан Хажиев, Зөфәр Тимербулатов, Марсель Сәлимов, Сәлмән Ярмуллин, Гөлфиә Янбаева кеүек күренекле журналистар менән осрашыу һәм һөйләшеү бә­хетенә өлгәштем. Ҡыҫҡаһы, республиканың бөйөк шәхестәре Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәй­нәп Биишева, Мортаза Рәхимов төйәгенән – Күгәрсен районынан – онотолмаҫ матур хәтирәләр менән ҡайттым.

...Тормош юлымды күҙаллап һәм иҫтәлектәремде йомғаҡлап, ҙур һөйөнөс менән шуны әйтәм: журналистикаға бәйле яҙмышым менән бәхетлемен. Һаман да журналист булып ҡалам!


Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас