Республиканың Йәмәғәтселек палатаһы “Атай фиҙакәрлеге” тигән ижтимағи награда булдырҙы.
Был награда 2019 – 2025 йылдарҙа Башҡортостанда республиканың Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Маҡсаты – атайлыҡ институтын дәртләндереү һәм нығытыу, балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм ҡайтанан тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, республиканың һәм муниципаль берәмектең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы йәмәғәтселек тарафынан таныу.
Был ижтимағи награданы Башҡортостанда биш йыл йәшәгән һәм Рәсәй гражданлығына эйә атайҙар алыу хоҡуғына эйә. Иҫкәрмә булараҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт иткәндәр, батырлыҡ ҡылғандар һәм дәүләт наградаларына эйә булғандар бәхәсһеҙ өҫтөнлөккә эйә. Бынан тыш, балалары ла уҡыуҙа, хеҙмәттә, спортта һәм ижадта юғары ҡаҙаныштарға лайыҡ булырға тейеш.
Биш баланы тәрбиәләгән йәки уллыҡҡа алған атайҙарҙың да ошондай наградаға эйә булыуы ихтимал. Өҫтәүенә балалары Ватанды һаҡлағанда һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған, яраланыу, контузияланыу, хәрби, хеҙмәт һәм гражданлыҡ бурысын үтәгәндә йәки хеҙмәт ғәриплегенә йәки һөнәри сиргә тарыу һөҙөмтәһендә вафат булған атайҙарҙың да наградаға хоҡуғы бар.
Бына ошондай “Атай фиҙакәрлеге” наградаһына лайыҡ кешеләр эшләгән осраҡта предприятие-ойошмаларға Йәмәғәтселек ойошмаһына йә ошондай ғаилә йәшәгән биләмәләге муниципалитет палатаһына ходатайство ебәрергә кәрәк.
Награда буйынса материалдарҙы 2020 йылдың 15 апреленә тиклем республиканың Йәмәғәтселек палатаһы Аппаратына тапшырырға мөмкин. Конкурс комиссияһы 15 майға тиклем һуңғы ҡарарҙы ҡабул итеү өсөн Йәмәғәтселек палатаһы Советына лайыҡлы кандидатураларҙы тәҡдим итәсәк. Һөҙөмтәләр Палата сайтына ҡуйыласаҡ.
Наградалар, дипломдар менән бүләкләү тантанаһы быйыл 24 июндә – Рәсәйҙә Атай көнөн билдәләгәндә – ойоштороласаҡ.