Яңауыл төбәгенең алдынғы хужалыҡтары тураһында яҙырға теләк белдергәс, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы белгестәре “Агро-М” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барырға кәңәш итте. “Йәш етәксе, уңған, эшһөйәр, етмәһә, уларҙың эшмәкәрлеге бөгөн күптәргә өлгө лә”, тип маҡтап та ҡуйҙылар.
Йәмғиәткә 35 йәшлек Рудольф Рәфҡәт улы Шәрәфетдинов етәкселек итә. Яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгәндә уға ни бары 23 йәш кенә була. Башҡортостан ауыл хужалығы университетын тамамлап тыуған яғына эшкә ҡайтҡан йәш белгесте М. Горький исемендәге колхозға агроном итеп тәғәйенләйҙәр. “Әлбиттә, тәүге көндәрҙә үк етәкселек миңә ҙур хужалыҡты ышанып тапшырғас, һыр бирмәҫкә тырыштым. Тәжрибәле ағайҙарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, уҡыу йортонда алған белемемде ҡулланып, яңы технологияларға таянып эшмәкәрлегемде алып киттем”, – ти бөгөн Рудольф Рәфҡәт улы.
Бер аҙҙан район етәкселеге эшкә көсө-дәрте ташып торған белгесте “Мираҫ” хужалығына рәйес итеп күсерә. Бында ла егет һынатмай, аҡһай башлаған йәмғиәткә йән өрөп, ауыл халҡының һүнеп барған өмөтөн ҡабаттан тоҡандырып ебәрә. Бөгөн булһа ауыл кешеһе уны, тик ыңғай яҡтан ғына телгә алып, “беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ һәм йәшәргә дәрт өҫтәүсебеҙ” тип хуплай.
Рудольф Шәрәфетдинов 2010 йылдан “Агро-М” йәмғиәтен ҡулына ала. Бөгөн ауыл эшсәндәре малсылыҡ менән бер рәттән үҫемлекселектә лә һынатмай, йылдың-йылы ярайһы ғына уңыштарға өлгәшә.
– Ауыл ерендә тыуып үҫкәнгәме, был өлкә миңә бигерәк яҡын. Бала саҡтан колхозда механик булып эшләгән олатайыма эйәреп, техниканы белеп үҫтем, аҙаҡ ветеринар табип булған атайымдың эш урынына барып, малдарҙы танырға, яратырға өйрәндем, – ти Рудольф Рәфҡәт улы. – Аҙаҡ баҡсасы булырға хыялландым, шуға ла мәктәптән һуң кем булырға тигән һорау минең алда торманы. Агроном һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, нәҫелдән киләлер ауылды үҙ итеүем.
Бөгөн ауыл эшсәндәре дүрт мең гектарға яҡын майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә, иген культуралары ла, техник культуралар ҙа йыл һайын мул уңышы менән һөйөндөрә, ти уңған етәксе. Техника паркы ла бай, уны йыл һайын тиерлек яңыртып торалар. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда йәмғиәт 30 миллион һумлыҡ төрлө ауыл хужалығы техникаһы, заманса ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшкән. Ә күпме аҡса төҙөлөшкә тотонолған?! Ошо көндәрҙә һигеҙ миллион һумлыҡ “К-700” тракторы техника паркын тулыландырасаҡ.
Хужалыҡта 700 баш һыйыр малы аҫрала, ике ауылда урынлашҡан һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған. Йылҡы ла тәрбиәләйҙәр, уларҙың һаны 60-тан ашҡан. Көн һайын малсылар дүрт тоннанан ашыу һөт һауып ала. Йәмғиәттең һөт эшкәртеү цехы ла бар, үҙҙәре етештергән аҡты пакеттарға тултырып, Өфө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларына, күрше райондарға оҙаталар. “Төрлө ҡуйылыҡтағы һөттө һәр ерҙә яратып һатып алалар. Сифаты булғас, шөкөр, ихтыяж ҙур”, – ти Рудольф Рәфҡәт улы.
Бөгөн бында 50 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәт хаҡының юғары һәм ваҡытында бирелеүен әйтеп үтергә кәрәк, ул 20 мең һум тәшкил итә, шуға ла күптәр йәмғиәткә эш һорап мөрәжәғәт итә, эштән китеүселәр юҡ тиерлек. Ҡыҙыу миҙгелдә, әлбиттә, һәр кем эш һөҙөмтәләренә ярашлы төрлө премияларға өмөт итә ала. Бесән-һалам бушлай бирелә, быҙау алып тәрбиәләргә теләгәндәргә лә мөмкинлектәр бар. “Беҙ эш һөйгәндәрҙе һәр яҡлап дәртләндерергә тырышабыҙ, шунһыҙ булмай. Ололарға алмашҡа йәштәр бар-барлыҡҡа, әммә махсус белемле белгестәр ҙә кәрәк бит. Шуға ла беҙҙә эшләгән һәр хеҙмәткәр алтынға бәрәбәр”, – ти Рудольф Шәрәфетдинов.
Әле урамда ҡыш булһа ла, ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Оҫтаханаларҙа иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр механизаторҙар техниканы сәсеүгә хәстәрләй. Яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама ла етерлек.
Етәкселек Фәйзүнә Абзалова, Рәмис Ялалов, Илшат Зарипов, Өлфәт Мусин, Родислав Ҡунаҡбаев кеүек алдынғыларҙы маҡтап телгә алды.
– Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ, улар миңә ышана, ә үҙ сиратымда мин уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Ауыл тормошон һайлап яңылышманым, сөнки төйәгемде яҡын күрәм, яҡташтарымды ихтирам итәм, – ти Рудольф Шәрәфетдинов.