Йәмғиәт
28 Февраля 2020, 08:00

Көнләшеү ...атышыуға килтерә

Баҡтиһәң, мөхәббәт арҡаһында ир ҡулына пистолет алған.

Был хәлдең сәбәптәре асыҡланған. Баҡтиһәң, мөхәббәт арҡаһында ир ҡулына пистолет алған.
Үткән төндә булған был Голливуд фильмдарын хәтерләткән хәл. Баш ҡаланың Быуа урамында 37 йәшлек ир 35 йәшлек көслө зат вәкиле ултырған “Mersedes” машинаһының тәҙрәһенә пистолеттан атҡан. Бер генә тапҡыр түгел, өс тапҡыр рәттән! Быяла селпәрәмә килгән.
Ярай әле, бәхеткә күрә, машина водителе зыян күрмәгән. Юғиһә был хәлдең аяныслы бөтөүе лә ихтимал ине. Ҡоралы ла пневматик булған. Баҡтиһәң, был аяныслы хәлдең сәбәбе көнләшеүҙә икәнлеге асыҡланған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әле был осраҡ буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителә.
Читайте нас