Нефтекама ҡалаһына килһәгеҙ, күрмәй китмәгеҙ: Ленин урамындағы 13-сө йорт эргәһендә “Ҡоштар ихатаһы” тип аталған яңы арт-объект барлыҡҡа килде.
Был үҙенсәлекле идеяның авторы – Балалар художестволы мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Хлебникова. Арт-объекттың композицияһын “Ремжилстрой” ойошмаһы эшләһә, Нефтекама профилле колледжы ҡыҙыҡлы элементтарын яһаған. Ә бына сыйырсыҡ ояларын мәктәптәр, балалар баҡсалары, ата-әсәләр һәм балалар һынландырырға ярҙам иткән. Шулай итеп, барыһы 30 сыйырсыҡ ояһы кәрәк булған. Айҙар Минимуллин да ситтә ҡалмаған. Был юлы ул китап уҡыған “тимер кеше”не һынландырған.
Ә өс метрҙан ашыу бейеклектәге ағастарҙы ултыртыу эше “Октава” ирекмәндәре менән бергә атҡарылған.
Әйткәндәй, быйыл Нефтекамалағы Светлое күле “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелеү объекты булараҡ һайлап алынған. Шулай итеп, ҡала үҙәгендәге күл тирәһе сынъяһау итеп үҙгәртеләсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Йыл элек Нефтекама башлығы менән уның Светлое күлендә ҙур булмаған парк, террасалар һәм йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар эшләнәсәге хаҡында килешкәйнек. Бик матур килеп сыҡҡан. Һис юғында, нефтекамалар рәхмәт әйтте”, – тип яҙҙы.
Шулай итеп, төҙөкләндереү тармағындағы инновациялар ҙа файҙаланылған бында. Һөҙөмтәлә бында ял итергә килгәндәрҙе уңайлы һәм ҡыҙыҡлы мөхит ҡаршылай. Өҫтәүенә үҫентеләр ҙә мөмкин тиклем һаҡлап алып ҡалына. Бында килгән бәләкәстәргә лә ҡыҙыҡ буласаҡ: “Тарзанка” тип аталған уйын комплексы көтә уларҙы. Спорт һөйөүселәр өсөн баскетбол, волейбол майҙансыҡтары тәғәйенләнгән.
Өс видеокамера ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Шулай итеп, Светлое күлен төҙөкләндереү буйынса беренсел проекттың хаҡы 31,2 миллион һум тәшкил итһә, өҫтәмә проект – 16 миллион һум.