Йәмғиәт
5 Марта 2020, 11:35

“Республикала ташландыҡ ҡасабалар булмаҫ”

Эшҡыуарҙар республика Башлығынан “төрлө кимәлдәге чиновниктарһыҙ, туранан-тура” һөйләшеү өсөн тағы ла бер осрашыу үткәреүҙе үтенде.

Приют ҡасабаһы халҡы Радий Хәбировҡа проблемалары тураһында һөйләне. Улар әйтеүенсә, биләмәнең тормошона йоғонто яһаған байтаҡ предприятие урынын алмаштырған. Аҡса етешмәү сәбәпле, инфраструктура, төҙөкләндереү программалары зыян күрә.
– Был турала хәбәрҙармын. Һеҙҙе ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, – тине төбәк Башлығы. – Мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәсәкбеҙ. Республикала ташландыҡ ҡасабалар булмаҫ.
Радий Хәбиров төп министрлыҡтарҙың етәкселәренә Приютҡа килеп, ҡасабаның проблемаларын хәл итеү буйынса комплекслы программа төҙөргә ҡушты.
Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы район эшҡыуарҙары менән осрашты. Сарала ҡатнашыусылар бизнес менән властың үҙ-ара бәйләнешен, бизнес-шерифтарҙың эшен, муниципалитетта “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрен ойоштороу, “Минең бизнесым” үҙәген һәм коворкинг-офистар асыу, легаль булмаған коммерсанттарға ҡаршы сара күреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Хакимиәт башлығының бизнесты үҫтереү буйынса урынбаҫары Татьяна Горденко әйтеүенсә, былтыр районда теркәлгән йүнселдәр һаны артҡан.
– Район башлығынан ошондай осрашыуҙы ойоштороуҙы махсус рәүештә һораным. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү – төп йүнәлештәрҙең береһе. Бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Эшҡыуарҙар республика Башлығынан “төрлө кимәлдәге чиновниктарһыҙ, туранан-тура” һөйләшеү өсөн тағы ла бер осрашыу үткәреүҙе үтенде. Радий Хәбиров 12 мартта Стәрлетамаҡта бизнес-шерифтар форумында осрашырға тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас