Йәмғиәт
6 Марта 2020, 10:40

Ағинәйҙәр һымаҡ булһын аҡһаҡалдар, ир-егеттәр...

Йәмғиәтебеҙ уларға мохтаж.

Бынан тиҫтә йыл самаһы элек республиканың күп төбәктәрендә йәшәгән кеше­ләр, бер-береһен тыуған төйәккә хужа булырға саҡы­рып, төрлө йәмәғәт ойошмалары, ҡорҙар ойоштора башланы. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы – был саҡырыуҙы бик әүҙем тормошҡа ашырыусы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә ЯНБАЕВА менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, ни өсөн ауылдарыбыҙҙы күҙ менән ҡаш араһында тотайыҡ, милли­лектән яҙмайыҡ, тигән саҡы­рыу ҡатын-ҡыҙҙарға төбәлде, ә ир-егеттәргә түгел?

– Йәшерен-батырыны юҡ: ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн барыбер әүҙемерәк. Улар донъябыҙ­ҙың алға бармауын нығыраҡ тоя, уны төҙәтер өсөн ең һыҙ­ғанырға, ни ҙә булһа эшләргә әҙер тора. Унан һуң, ир-егеттәрҙе ҡатын-ҡыҙ түгел, ир-егеттәр әйҙәргә тейеш бит. Уларҙың пассивлығына йәне әрнеп, Рауил Бикбаев мәрхүм булыр алдынан ғына:

– Уянайыҡ, беҙҙе йоҡо баҫып

алған,

Эй, дуҫтарым, көнөбөҙмө шуға

ҡалған?

Тиңләшһен тим бөркөттәргә

ир-егеттәр,

Ағинәйҙәр һымаҡ булһын

аҡһаҡалдар! –

тип шиғыр ҙа яҙғайны бит.

Был, әлбиттә, айырым һөйлә­шеү темаһы.
Шулай итеп, 2011–2012 йыл­дарҙа мин, битараф булмаған журналист та, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы ла булараҡ, ни ҙә эшләргә, бәләкәй генә булһа ла үҙ шәмемде тоҡандырырға кәрәк тигән ниәттән, ошо хәлдәргә көйөнөп, донъяны тәҙрәнән күҙәтеп, борсолоуға ҡалып ултырған иманлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы туп­ларға ҡарар иттем.
Уларға “Әйҙәгеҙ, донъяларыбыҙҙы ҡот­ҡарайыҡ!” тигән оран таш­лағанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тәбиғәтенә, булмышына, йәшәү рәүешенә таянылды, уларҙың әйләнә-тирә өсөн, йәмғиәт, унда йәшәүселәр, бигерәк тә балалар, йәштәр, ғаиләләр, экология, милләт яҙмышы, уның традициялары, йолалары, халыҡ рухы, тарихы өсөн битараф булмау асылы бөтөнләй ҙә юйылып бөтмәүе күҙ уңында тотолдо.
Ошондай йәшәү рәүеше ҡа­нына һеңгән әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар Баймаҡта, Әбйә­лилдә, Учалыла, Хәйбуллала, Йылайырҙа, Белоретта, Ейән­сура, Күгәрсен тарафтарында йәшәй тип, уларҙы тәүҙә Баймаҡ районына йыйҙыҡ. Ул саҡта Баймаҡ китапханалар селтәре директоры булып эшләгән, һәр төрлө башланғысты матур сараға әйләндерә белгән Луиза Дәүләтшинаға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Луиза Ҡаһар­ман ҡыҙы райондың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй һәм был ойошманың эшен заман юҫы­ғына яраҡлаштырыу кәрәк­леген, уның йүнәлешен үҙгәртеү зарурлығын аңлай ине. Шуға ла уға был эштәрҙе ойошторошоп ебәреү ауыр булманы. 20-ләгән район ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, тәүге йыйыныбыҙҙы үткәрҙек.
– Был ойошма ағзаларын башлыса тәрбиәселәр итеп беләбеҙ бит инде...

– Боронғо аҡһаҡалдарыбыҙ илгә ниндәйҙер хәл иткес һүҙ әйтер алдынан өс һорау – өс ҡапҡа аша үтер булған. Тәүҙә аҡһаҡал үҙенән: “Һүҙҙәрем хаҡ булырмы?” – тип һораған. Хаҡ булғанына төшөнгәс, икенсе һорау-ҡапҡаға күскән һәм үҙенә: “Минең һүҙҙәремә ихтыяж бармы һуң?” – тигән. Әгәр ихтыяж булһа, аҡһаҡал артабан үҙ-үҙенә ошондай һорау биргән: “Минең һүҙҙәремдә изгелек бармы?” Был һорауына ыңғай яуап булғанда ғына аҡһаҡал ил буйлап таралыр һүҙҙәренә ирек биргән...
Эйе, беҙ, журналистар, эшебеҙҙе атҡарғанда, йәки һүҙ менән эш иткәндә ошо аҡһаҡал ҡуйған һорауҙарҙы, бигерәк тә “Минең һүҙҙәремә ихтыяж бармы?” тигән һорауҙы ҡуябыҙ бит инде үҙ алдыбыҙға. Һәм мин йәмғиәтебеҙгә боронғолар аҡы­лын тотоп, кәңәш бирә йөрөр кешеләр кәрәклеген, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыр иман­лыларҙың арта барыуын тоя инем. “Ағинәй” йәмәғәт ойош­маһына тап ошо йолабыҙҙы урын-еренә еткереп терелтеүҙе, уны йәшәйешебеҙҙең төп ҡанун­дарының береһенә әүерел­дереүҙе, халҡыбыҙҙы иманға өндәүҙе үҙ бурысы һанаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тупланырға тейеш ине.
Иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар бар, һәм улар тәжрибәһе аша йәштәребеҙ, балала­рыбыҙ, урта быуын аңына “Иманлылыҡ күп мәсьәләләрҙе үҙенән-үҙе хәл итә” тигәнде һеңдерә алабыҙ икәненә ышаныс булды. Шөкөр, шул ышаныс аҡлана бара хәҙер. Ысынлап та, ағинәй тип атарлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар янына үҙ асылына, иманға, ағинәйлек сифаттарын үҙләштереүгә, үҙҙәре лә тәрбиәсе булырға ынтыл­ғандар туплана бара.
Күптән түгел Ейәнсура районы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Нурия Ҡунысбаева район хаки­миәте башлығы Дәмин Юланов менән һөй­ләшеүе тураһында еткергәйне. “Хәҙер ауылдарҙа беҙ тая­нырлыҡ, халыҡты күтәрерлек берҙән-бер ойошма шул ағинәйҙәр инде, – тигән Дәмин Марат улы һәм шундай һорау ҙа биргән: Аңлауымса, һеҙ, ошо ойошма ағзалары булған ҡатын-ҡыҙҙар, башҡаларҙы тәрбиәләй-тәрбиәләй үҙегеҙҙе лә тәрбиә­ләйһегеҙ, ахыры, шулаймы?” Рәхмәт был аңлы ир азаматына: шул тиклем дөрөҫ тотоп алған беҙҙең эштең йөкмәткеһен.
– Йәмәғәт ойошмалары күп, ләкин “Ағинәй” һымаҡ ойошма бөтә Рәсәйҙә берҙән-бер һымаҡ...

– Шулайҙыр ул. Ағинәйлек – йәмәғәт ойошмаһы бурысы ғына түгел бит ул, ә йәшәү рәүеше. Һин бер саранан икенсе сараға тиклем генә түгел, көн һайын, сәғәт һайын ағинәй булып йәшәргә тейешһең, тигән бурыс йөкмәй ойошма ағзалары.
Ағинәйлек ҡартлыҡ билдәһе түгел, ул – дәрәжә. Һин нисә йәштә булыуға ҡарамай, ошо дәрәжәгә ынтылырға бурыслы­һың, тибеҙ бар гүзәл заттары­быҙға ла. “Кем ағинәй була ала?” тип һоранылар ошо көндәрҙә үткән осрашыуҙарҙың береһендә. “Айыҡ, иманлы, ғәмле, рухлы ҡатын-ҡыҙ ағи­нәйлек сифаттарын үҙләштерә ала”, – тинем. “Ә ағинәйлек сифаттарына тағы ниҙәр инә һуң?” тип тә һоранылар. “Ағинәйлек – ул үҙеңде милләт әсәһе, милләт тәрбиәсеһе, хәҙистәрҙә әйтел­гәнсә, “…баланың, буй еткән кешенең, кешелектең күркәм холҡон ҡойоп ҡуйыусы зат” итеп тойоу, кәңәшкә, тоғро юл табыуға мохтаж йәмғиәт вәкилдәренең күҙ төбәп бара торған кешеһе булыу, аҡыл, фекер, яуаплылыҡ, күркәм холоҡ, матур йөҙ-ҡиәфәт, кейем йәһә­тенән дә өлгө булып тороу...” – тип яуапланым. “Һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы ошо ағинәйлек сифаттарына эйә булырға ынтылып йәшәһә, милләт тамыр­ҙарын нығытыуға тос өлөш индерәсәк”, тип тә өҫтәнем. Ғаилә усағын, милләт ҡотон, башҡортлоҡто, өләсәй-инәйҙәр асылын үҙ ҡанында, рухында, һын-йөҙөндә һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – ағинәй вазифа­һында. Әлбиттә, был – үтә ҙур яуаплылыҡ. Ул яуаплылыҡ күптәрҙе ҡурҡыта ла. Ә инде уны үҙ иңенә алғандар – ысын мәғәнәһендә милләт әсәләре.
– Ағинәйҙәр ҡорҙары алдына ҡуйылған бурыстарҙы ҡыҫҡаса ғына һанап үтәйек әле.

– Ағинәйҙәрҙең әүҙемлеге, фиҙа­кәрлеге, вайымлығы һоҡ­ландыра. Тап улар кемдеңдер күрһәтмәһе, бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы, милли рух дәрте менән ауыл, район, республика, ғөмүмән, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эштәр атҡара. Йәмәғәт эшен улар йәшәү рәүешенә, көндәлек ихтыяжға әйлән­дерҙе. Халҡыбыҙ йолаларын, милли кейемдәребеҙҙе һәм биҙәүестәребеҙҙе, кәсепселекте тергеҙеү, төрлө тәрбиәүи эштәр, экологик өмәләр һәм башҡа саралар ағинәйҙәрҙең көнитме­шендә төп урынды алып тора.
Был ғына түгел. Улар йә­шәйеше­беҙҙең бер етешһеҙ­легенә әйләнә барған “үҙ донъяңа, үҙ эсеңә бикләнеү” тигәндән ҡотолоу юлдарын эҙләй. Аралашыу тигән мөһим ҡанунды тергеҙә. Юғиһә беҙ хатта күршеләребеҙҙең ни хәлдә йәшәп ятҡанын белмәй киттек. Шуға ла ағинәйҙәр алдына ауылдарҙағы хәлдәрҙе күҙ менән ҡаш араһында тотоу, ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә күтәреү бурысы ла ҡуйылды. Ә күмәк эш халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай икәнен беләһегеҙ.
Райондарҙағы ағи­нәйҙәрҙең бергә-бергә йыйылып, донъя хәлдәрен уртаға һалып һөйләшеп, шул арала йырлап-бейеп, йолалар атҡарып аралаша торған ғәҙәте бар. Эйе, ҡайһы саҡта “Ағинәйҙәрең сәхнәнән төшмәй, йырлап-бейеп кенә йөрөй” тигәнде лә ишетергә тура килә. Ләкин ана шул йырлап, бейеп, төрлө йолалар атҡарып, улар йәмғиәтте туплай, ауыл усағына ҡуҙ өҫтәй, балаларға, йәштәргә тәрбиә бирә бит. Күнегелгәнсә, гел генә етәкселәр килеп эшләр тип ултырып булмай, уларҙың ҡулы етмәгәндәре лә бихисап, һәм шуларҙы бөгөн ағинәйҙәр атҡара. “Милли кейемдәребеҙҙе ҡайта­райыҡ, йолаларыбыҙҙы тергеҙәйек” тип кенә башланған хәрәкәтебеҙ хәҙер ҡайһы өлкәгә генә үтеп инмәне. “Әйҙәгеҙ, донъя тотҡаһын үҙ ҡулыбыҙға алайыҡ!” тигән саҡырыуҙы ғына көткән булып сыҡты бит беҙҙең аҡ күңелле, битараф булмаған ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ.
– Ағинәйҙәр эшенең һөҙөмтәһе күҙгә күренеп тора, тиергә лә була, тимәк?

– Әгәр ҙә бер генә байрам, бер генә сара ла ағинәйҙәрһеҙ үтмәй икән, әлбиттә, һөҙөмтә күҙ алдында. Бына бөгөн беҙ республика менән Бөтә донъя фольк­лориадаһына әҙерләнәбеҙ. Әгәр ҙә ошо ағинәйҙәр ойошмаһы булмаһа, моғайын, райондар­ҙағы мәҙәниәт бүлектәренең бар эше бөгөн фольклор төркөмдәре ойоштороуға, йолалар өйрәнеүгә ҡайтып ҡалыр ине. Ә уларға хәҙер ағинәйҙәрҙең фольклор төркөмдәре ныҡ ярҙам итә. Тимәк, уларға йолалар өйрә­неүгә, ҡул эштәрен тергеҙеүгә лә күп көс һалырға тура килмәйәсәк – ағинәйҙәр был эштәрҙе күптән атҡара. Әле күптән түгел республиканың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән осрашып һөйләшкәндә ул “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының мәҙәниәт өлкәһен­дәге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, “Өфөлә үткән милли кейем парады ғына ла ағинәйҙәрһеҙ былай шәп килеп сыҡмаҫ ине”, тине. Ә башҡа эштәрҙе һанаһаҡ... Ағинәйҙәр бөгөн халыҡ педагогикаһын, рухты тергеҙеү, тәбиғәтте һаҡлау, кешелеккә ябырылған эскелек кеүек афәттәргә ҡаршы көрәшеү бурыстарын үҙ иңенә ала.
– Ә шулай ҙа аңлашыу тапмаған, һеҙҙе борсоған мәсьәләләр ҙә барҙыр?

– Барыбыҙҙы ла борсоған бер хәл тураһында ағинәйебеҙ Мәрйәм апай Бураҡаеваның һүҙҙәренән аңларһығыҙ. “Ағинәйҙәр ойошоп, бергәләшеп хәл итергә тотонған проблемалар ҡасандыр үҙебеҙ үк күҙҙән ысҡындырған етешһеҙлектәр бит ул! – тигәйне ул. – Ағи­нәйҙәр тәрбиә эшендә күҙҙән ысҡынған бихисап “хаталарҙы” төҙәтеү менән мәшғүл булған саҡта, ирҙәр, йәғни ысын мәғәнәһендә милләт атайҙары, үҙҙәренең ҡорон йыйып, ғаилә башлыҡтары, йәш атайҙар бурысы тураһында, милләтебеҙ киләсәге әсәйҙәр ҡулында ғына түгел, атайҙар хәстәрлегендә лә булыуын, сәләмәт рухлы милләт өсөн әсәй ҙә, атай ҙа берҙәй яуап­лы икәнен аңлатырға тейеш. Атай менән әсәй бер арбаның – донъя йөгөнөң – ике тәртәһе кеүек. Шулай булғанда ғына милләт булып йәшәүгә ныҡлы нигеҙ һалыныр. Йәмғиәттә ошо мәсьәләгә иғтибар бирелмәһә, ағинәйҙәр елкәһенә һалынған йөктөң, үтә лә тос булып, үҙҙәрен баҫып ҡуйыуы ла ихтимал.
Шөкөр, ир-егеттәребеҙ ҙә уяна хәҙер. Ана, райондарҙа эске­леккә ҡаршы ҡалай дәррәү күтәрелделәр. Йәмәғәт ойошмалары ниндәй булырға, ниндәй эштәр башҡарырға тейеш, тигән һорауҙың аныҡ ҡына яуабы юҡтыр. Ир-егеттәребеҙ йөрьәт итер эштәр тағы ла күберәк. Йәмғиәтебеҙ уларҙың да матур эштәренә, уңышлы өлгөләренә шул тиклем мохтаж.
Читайте нас