“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше буйынса финалсылар исемлеге билдәле булды. Ундағы 100 кешенең 13-ө Волга буйы федераль округынан, ә дүртәүһе – Башҡортостандан.
Дөйөм алғанда, бәйгенең “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлеше ярымфиналына илдең 54 төбәгенән 237 кеше сыҡҡайны. Кисә улар илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән осрашты. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһын һанлаштырыу, табип һөнәрен популярлаштырыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләне.
Бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур стратегик сессия ойошторолған. Был теманы профессор, медицина фәндәре докторы Леонид Рошаль тәҡдим иткән. Шулай уҡ улар һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2017 – 2018 йылдарҙа “Рәсәй лидерҙары” бәйгеһендә еңгән Олег Салагай, Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова менән дә осрашып фекер алышҡан. Ярымфиналсылар эшлекле уйындарҙа, бәхәстәрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән.
“Рәсәй лидерҙары” конкурсы етәксеһе Алексей Комиссаров белдереүенсә, ғөмүмән, конкурстың “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлешенә 9745 медицина хеҙмәткәренән ғариза килгән.
– Ярымфиналда ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшө – йә медицина фәндәре докторы, йә кандидаты. Уларҙың күбеһе новаторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Күптәренең эшләнмәләре бөгөндән беҙҙең медицина киләсәгенә ҙур өлөш индерә. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡыҙыҡлы социаль проекттар тәҡдим итте. Беҙ 100 кешене финалға һайлап алдыҡ. Һынауҙарҙан һуң 30 кеше был йүнәлештә еңеүсе тип табыласаҡ. Уларҙың унауһы “Рәсәй лидерҙары” конкурсының суперфиналына үтәсәк, – тине ул.
Шулай итеп, финалға Башҡортостандан дүрт кеше сыҡты. Улар – Динар Ғабдрахманов (Республика перинаталь үҙәге), Гөлнара Иҙрисова һәм Богдан Олейник (Республика кардиология үҙәге), Артем Изосимов (Башҡорт дәүләт медицина университеты).