Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп бала тәрбиәләгән 50 әсәгә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында үтте. Миҙал алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында йорт хужабикәләре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар һәм башҡа төрлө һөнәр вәкилдәре бар. Әйткәндәй, Башҡортостан Волга буйы федераль округында күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе урында тора.
– Беҙҙә ошондай күп балалы 50 мең ғаилә йәшәй. Бөгөн 50 әсәгә ҙур ҡыуаныс менән “Әсәлек даны” миҙалын тапшырам. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә бөтәһе 251 бала тәрбиәләнә. Улар яҡшы кешеләр, намыҫлы эшсәндәр булып үҫһен. Беҙ артабан да ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, уларҙы матур, йәмле һәм хәүефһеҙ итәсәкбеҙ. Балаларыбыҙ сифатлы белем алһын, аҡыллы һәм һау-сәләмәт булып үҫһен, үҙ шөғөлөн тапһын, ныҡлы ғаиләләр ҡорһон өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Бүләкләнеүселәр араһында Дүртөйлө ҡалаһынан Гөлфиә Хиразова ла бар. Ул тормош иптәше Айбулат Мирзанур улы менән биш ул үҫтерә. Иң өлкәненә 15 булһа, кинйәләренә ике йәш. Гөлфиә Ғәйнан ҡыҙы ҡаланың 2-се лицейында – лаборант, ғаилә башлығы “Сибинтек” компанияһында слесарь булып эшләй. Тырыш ҡатын өйҙә лә, эштә лә өлгөрә, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
– Баланы бер ваҡытта ла ауырлыҡ итеп ҡабул итергә ярамай. Бер бала эргәһендә икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, дүртенсеһе лә, бишенсеһе лә һыя. Биш бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә берҙәй ауырта, балаларҙың да һәр береһе әсә өсөн шулай яҡын. Ҡәйнәм – бик аҡыллы ҡатын. Ул: “Донъяға зарланма, зарланһаң, үҙеңә зар тартырһың”, – тип кәңәш биреп, сабыр булырға өйрәтте. Икебеҙҙең яҡтан да нәҫелдәребеҙ көслө, уны тағы ла байытайыҡ тип тырышабыҙ. Балаларҙа ла берҙәмлек тәрбиәләргә ынтылабыҙ, сөнки татыу булғанда йәшәүе еңелерәк. Донъяны, тормошто яратырға кәрәк, – ти Гөлфиә Ғәйнан ҡыҙы.