Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфөлә республика яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйылды. Уларҙың барыһы ла төрлө йылдарҙа яңы быуын етәкселәренең "Рәсәй лидерҙары" асыҡ конкурсында ҡатнашҡан. Берәүҙәр ярымфиналға еткән, икенселәр финалсылар иҫәбенә ингән, Башҡортостандың ике вәкиле иһә еңеү яулаған. Әлеге осрашыуҙа улар үҙҙәренең уңыштары, проекттары тураһында ғына түгел, республикалағы проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алышты. Табип Глеб Глебов төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа конкурста финалға сыҡҡан республика вәкилдәренә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында түләүһеҙ уҡыу курсында шөғөлләнеү мөмкинлеген биреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Уның тәҡдиме бер тауыштан хупланды.