Әле ҡасан ғына был ҡыҙ ТНТ каналындағы “Бейеү” проектын шаулатҡайны. Күптән түгел Беренсе каналда барған “Dance Революция” тапшырыуында һәләтле яҡташыбыҙҙы күреп ҡыуандыҡ – 20 йәшлек Нәркәс Юлдашева милли сәнғәтебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр бар илгә танытты.
– Проекттан һуң үҙеңде нисек тояһың? Киләһе турға үтергә насип булманы...
– Башта төшөнкөлөккә бирелермен тип уйлағайным, әммә яҡташтарымдың, милләттәштәремдең йылы һүҙҙәренән һуң ҡанат үҫте, көс артты. Бәйгелә ҡатнашыуымдың төп маҡсаты киләһе турға үтеү түгел, ә башҡорт бейеүен киң аудиторияға танытыу бит.
Өс баһалама төркөмө ағзаһы араһында тик бер генә кеше һөнәри бейеүсе – ул Лондон балетының премьеры Сергей Полунин. Тап уның миңә биргән юғары баһаһы, мине киләһе турҙа күрергә теләүе бик ҡыуаныслы.
– Сығышың менән һоҡланыусылар араһында башҡа милләт вәкилдәренең күп булыуы ла шатландыра...
– Эйе. Беренсе каналдың интернеттағы төркөмөндә лә “был ҡыҙҙың киләһе турға үтмәүе йәл” тип яҙалар, сығышымдың ҡыҙыҡлы булыуын, проектҡа яңы һулыш өрөүен билдәләйҙәр.
Башҡорт бейеүенең етеҙ, заманса әйткәндә, драйвлы булыуын күрһәткем килгәйне. Шулай уҡ бөгөн мәғәнәһеҙлек, оятһыҙлыҡ менән тулған бейеүҙәр күп, улар йәш быуындың рухи үҫешенә кире йоғонто яһай. Был йәһәттән дә ижадым аша әҙәп-әхлаҡ сифаттарын еткерергә теләйем.
Үҙем эшләгән, шөғөлләнгән “Guzаl Dance” бейеү коллективында “Урал батыр” эпосындағы “Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән” әйтемен йыш ҡулланабыҙ. Был ысынлап шулай, ҡатын-ҡыҙҙың изге бурыстары күп. Улар – буласаҡ әсәйҙәр, милләт тотҡалары, шуға күрә рухи яҡтан үҫешкән шәхес булырға тейештәр, сөнки ошо сифаттар быуындан-быуынға күсеп барасаҡ. “Тулы бер милләтте юҡҡа сығарырға теләһәң, уның ҡатын-ҡыҙҙарын аҙғынлыҡ юлына баҫтыр”, тиҙәр бит.
– Һин ижади ғаиләнән, атай-әсәйең – сәхнә кешеләре (Роберт Юлдашев – Башҡортостандың халыҡ артисы, Гүзәл Юлдашева – билдәле бейеүсе). Бер яҡтан ҡараһаң, бүтән төрлө юл менән китеүеңде күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын һымаҡ. Ә шулай ҙа башҡа һөнәр, башҡа мөхитте һайлау хаҡында уйланғаның булдымы?
– Атайым мине беренсе кластан уҡ музыкаль йүнәлешле мәктәпкә уҡырға бирҙе. XI класҡа тиклем фортепьяно буйынса белем алдым. Башта балерина булыу теләгем көслө ине, етенсе кластан бейеү буйынса китергә лә уйым булды, тик атайым ебәрмәне.
Мәктәпте тамамлағас, алдымда яратҡан һөнәремде табыу бурысы баҫты. Тәүлек әйләнәһенә дауам иткән эш шатлыҡ та килтерергә тейеш бит. Тап бейеү сәнғәтенең күңелемә ятҡан шөғөл булыуына инандым. Атайым алдына ул теләгәнде – музыка йүнәлешендәге мәктәп, йәғни колледж дипломын һалдым да әсәйемдең эҙенән киттем. Әлеге мәлдә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының хореография бүлегендә III курста белем алам.
– Студент булһаң да, әле үк буласаҡ һөнәреңде ғәмәлгә ашыраһың – “Guzаl Dance” студияһында бейеү серҙәренә төшөндөрәһең.
– Эйе. Яңғыҙ бейеү ҡуйҙырыуға теләүселәр күп. БДУ-ның театры пластик спектакль ҡуйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был – минең өсөн ҡыҙыҡлы, яңы өлкә.
– Бейеүгә ҙурайғас та өйрәнеп буламы? Әллә мотлаҡ бала саҡтан башларға кәрәкме барыһын?
– Әгәр һин һөнәри бейеүсе булырға теләйһең икән, бала саҡтан шөғөлләнеү зарур. Ә бейеү серҙәренә һәр кемде лә төшөндөрөп була, минеңсә, һәр кемдә лә был һәләт бар, ритмды тойоу ғына кәрәк.
– “Dance Революция” проектындағы сығышыңда башҡорт ҡыҙҙарын ҡыйыу итеп һынландырырға теләүең хаҡында әйтеп үттең, уларҙың элек хатта кәрәк икән, ирҙәре менән бер ҡатар яуға күтәрелгәнен дә һыҙыҡ өҫтөнә алдың...
– Илгизәр Бураҡаевтың элекке легендаларға нигеҙләнеп яҙылған “Башҡорт көсө” исемле әҫәрен уҡығайным. Унда ҡаршы яҡ дошман башҡорт ҡатын-ҡыҙының үҙ ире, улы, ағайы менән бер рәттән батырҙарса һуғышҡанына хайран ҡалыуҙан тыш, уның зирәклегенә лә һоҡлана, сөнки ҡатынға бер генә яҡыныңды ҡотҡара алаһың тиҙәр, ә ул ағайын һайлай. Был әҫәр мине шул хәтлем илһамландыра, ҡанатландыра. Оло быуынға, ғаиләңә булған тәрән һөйөү, ихтирамды сағылдыра ул. Үҙем дә ошо ҡиммәттәргә таянып йәшәйем.
– Башҡорт бейеүен яңы кимәлгә сығарыу уйы менән янаһың. Был уға үҙгәрештәр индереүҙе аңлатамы?
– Миңә ҡалһа, башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте өлкәһендә өйрәнәһе нәмәләр күп. Башҡорт бейеүе менән заманса хореографияның синтезы ҡыҙыҡһындыра, ошоноң өҫтөндә эшләйем.
Был тормошта барыһы ла үҙгәреүсән, төрлө өлкәләр ҙә яңырыу кисерә. Ошо күренеш бейеү сәнғәтенә лә ҡағыла.
– Башҡорт бейеү сәнғәтендә революция эшләргә йыйынаһың, былай булғас?
– Эйе, башҡорт бейеүендә заманса алымдар ҡулланыусылар күренмәй. “Инстаграм” селтәренә ҡуйған сығышыма “башҡорт модернын тыуҙырыусы” тип яҙғайным (көлә – авт.).
– Бейеү темаһынан ситкә китәйек бер аҙ, үҙең тураһында ла һөйләшәйек. Сәхнәлә түгел, тормошта һин ниндәй кеше?
– Ҡыҙыу ҡанлымын. Холҡом еңелдән түгел. Миндә лидерлыҡ сифаттары көслө. Был һыҙаттарым атайымдан килә.
– “Dance Революция” тапшырыуы ваҡытында “Киләһе турға үтмәһәм, атайым мине кейәүгә бирәсәк”, тинең. Ысынмы?
– Ҡыҙ атаһының ҡул аҫтынан ҙурайһа, ул хәләленең ҡарауы аҫтында булырға тейеш, тиҙәр бит. Атайым минең берәй ҡасан тынысланыуымды, донъяны яулауҙан туҡтауымды көтә шикелле (көлә – авт.). Мөмкинлек һәм ваҡыт булғанда үҙемде ижадҡа бағышларға тырышам. Кейәүгә сығыу хаҡында уйланғаным да юҡ.
– Ә шулай ҙа һинең буласаҡ ирең, яҙмышыңды бәйләр кеше ниндәй булырға тейеш?
– Тәү сиратта – башҡорт. Икенсенән, ул ижади мөхиттән булмаһын, сөнки ғаиләлә баланс мөһим. Ижади кешемен икән, янымда мине һәр саҡ ергә, ысынбарлыҡҡа бәйләп торған йәр булырға тейеш. Аҡыллы булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Минеңсә, үҙең алдынғы, аҡыллы ҡарашлы булһаң, һиңә шундай кешеләр тартыласаҡ. Яныңда бар яҡтан да килгән кешенең булыуын теләйһең икән, үҙең дә уның кимәленә торошло булырға, даими үҫешергә тейешһең.
– Үҙеңде лидермын, ҡыҙыумын тиһең. “Ҡатын-ҡыҙҙың төп бәхете әсә, ҡатын булыуҙа, ул ғаиләһен генә хәстәрләп өйҙә ултырырға тейеш” тигән фекер менән килешәһеңме? Кейәүгә сыҡҡас, донъяны яулауҙан туҡтаясаҡһыңмы?
– Аҙнаһына ете көн, тәүлегенә 24 сәғәт хужабикә булып ултырыуҙы өнәп еткермәйем. Ғаиләлә һәр кемдең яратҡан эше булһа, ошонда ғына уларҙың никахы бәхетле һанала. Һөйгән йәрең һине ярата икән, ул һиңә ниндәй эш, шөғөл көс биреүен аңларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙың тормошонда хәләле тәүге урынды биләргә тейеш тигән ҡараш менән дә килешәм. Бер юлы яратҡан эшеңде лә, ғаилә тормошоңдо ла алып барырға була. Ә әлегә мин өйгә йоҡларға ғына ҡайтам: башта уҡыу, аҙаҡ студияла юғалам.
– Һеҙ ғаиләгеҙ менән яҡты, изге күңелле кешеләр. Үҙеңә, әсәйең Гүзәл ханыма хас матурлыҡ серегеҙ бармы?
– Көнөнә биш тапҡыр уҡ булмаһа ла, намаҙ уҡыйым, ул – минең йәнемә дауа. Кеше өс нәмәнән – тәндән, аңдан һәм йәндән тора, тиҙәр. Тәнде аҙыҡ-түлек менән, аңыбыҙҙы рухи үҫеш, белем алып туйындырабыҙ. Минең осраҡта, йән тап намаҙ, Хоҙай Тәғәлә менән аралашыу ярҙамында тулылана, йәшәй. Гелән хәрәкәттә булыуым да ярҙам итә. Әсәйем дә шулай уҡ намаҙ уҡый, уның күпкә йәш күренеү сере ғүмер буйы бейеү менән шөғөлләнеүенән килә.
– Тормош позицияң ниндәй?
– Башҡорт мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ихтирам күрһәтеү ниәте менән йәшәйем, эшләйем, ижад итәм. Тап ошо ике өлкә ярҙамында беҙ илебеҙҙе, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Башҡорт бейеүен донъя кимәленә сығарыу уйы менән янам. Бөтә Ер шары испандарҙың, ирландтарҙың бейеү сәнғәтен белә, ә беҙ кемдән кәм? Беҙҙең дә бейеүҙәребеҙ бай һәм матур бит. Шул уҡ ваҡытта башҡорт бейеүҙәре заманса рухта ла була ала. Киләсәктә ошо өлкәлә ентекле эш алып барасаҡмын.