Йәмғиәт
6 Марта 2020, 18:15

"Ришат Төхвәтуллин һиңә тәҡдим яһар тип көткәйнек"

- Минеңсә, бер нәмә өсөн дә үкенергә ярамай...

Тамашасыларҙың йырсыларға һәр ваҡыт һорауҙары бар. Йәш йырсы Әлиә Ҡарасуринаның тормошо менән дә ҡыҙыҡһынғандар күп. Әлбиттә, Ришат тураһында ла һорағандар унан.

- Хәҙерге ваҡытта һеҙ ҡайҙа?

- Ҡазанға ҡайтабыҙ.

- Нимә тураһында хыялланаһығыҙ? Теләктәрегеҙ күпме?

- Хыялланырға кәрәк. Теләктәр күп булырға тейеш.

- Үҙ ғаиләңде булдырыу тураһында хыялланаһыңмы? Нисә бала теләйһең?

- Был һорауға күп тапҡыр яуап бирҙем инде. Бик теләйем. Алла бирһә.

- Айгөл (Ришат Төхвәтуллиндың бер туған һеңлеһе) менән нисек таныштығыҙ?

- 2015 йылдың йәйендә, Ҡарамалылағы концерт ваҡытында.

- Тормоштағы иң ҙур яңылышыуың? Нимә өсөн үкенәһең?

- Минеңсә, бер нәмә өсөн дә үкенергә ярамай. Беҙ бит бар әйберҙе лә үҙебеҙ теләп башҡарабыҙ. Һин был ваҡытта бәхетле булғанһың икән, ни өсөн һуңынан үкенергә?

- Беҙ Ришат һиңә тәҡдим яһар тип көткән инек...

- Күберәк көткән һайын, дөрөҫ көтмәгәнеңде аңлайһың...
Читайте нас