8 Март байрамын яратмаған ҡатын-ҡыҙ бармы икән?! Бәләкәй генә ҡыҙҙарҙан башлап, өлкәнәйгән өләсәйҙәргә тиклем көтөп ала бит яҙҙың был йәмле көнөн. Ә артистар уны нисек ҡаршылай? Билдәле йырсы Зилә Усманованың фекерен белештек.
– Минең тыуған көнөм 9 мартта, шуға күрә Хәсәнгә ауырыраҡҡа тура килә. Байрамдар яҡын булһа ла, ул миңә һәр саҡ ике бүләк әҙерләй. Март етһә, башы ҡата башлай, нимә бүләк итергә, тип уйлана. Ә һуңғы ваҡыттарҙа “еңел ҡотолорға” тырыша. “Нимә теләйһең, шуны һатып ал”, – ти ҙә аҡса бирә. Баш ҡатырып ултыраһы түгел инде. Мин дә ҡаршы түгел, үҙемә кәрәк әйберҙе һайлап алам, – ти ул.
Зилә менән Хәсән Усмановтар ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Шәүрәгә – 15, улдары Уралға 10 йәш. Зилә белдереүенсә, балалар байрам көндәрендә уны шатландырырға тырыша. “Былтыр улар икәүләп, магазиндар буйлап йөрөп кил тип, мине сығарып ебәрҙе лә, ҡайтыуыма бүләк эшләп ҡуйғандар. Аҡ раузалар менән ҡыҙыл һутлы еләкте берләштереп, гөлләмә яһағандар. Балаларымдың үҙ ҡулдары менән тырышып бүләк эшләүе бик ҡыуандырҙы”, – ти ул.
Усмановтар ғаиләһендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бәйле бер ҡыҙыҡлы хәл дә булған икән. Зилә уны көлә-көлә һөйләне.
– Улыма һигеҙ-туғыҙ йәш тирәһе булғанда, миңә байрамға открытка эшләгән һәм матур теләктәрен яҙған. Аҙағында “Ҡәҙерле әсәй, доживи до конца” тип өҫтәп ҡуйған. Рәхәтләнеп көлдөк. Эш шунда, Уралдың уйлауы буйынса, һәр кеше мотлаҡ 100 йәшкә тиклем йәшәргә тейеш. Һәм уның миңә “доживи до конца” тигәне 100-гә тиклем йәшәүемде теләүе булған икән. Хәҙер был һүҙҙәр беҙҙең ғаиләлә лаҡап булып ҡалды, – ти ул.