

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Мәскәү ҡалаһында фанаттары менән осрашыу мәлендә ниңә ѳйләнмәүенең сәбәбен белдергән.
"Ысынында, варианттар ҙа, мѳмкинлектәр ҙә бар ине, мәҫәлән, 24 йәштә. Тик мин һәр саҡ, артабан нисек булыр, тип уйландым. Фатирға түләп йәшәйемме? Ғаиләне лә ҡарарға, үҙеңә лә үҫергә кәрәк. Мин был мәлгә аяҡта ныҡлы баҫыуымды теләнем: фатир, йорт, машина, тотороҡло эш. Шул саҡта ғаилә ҡороуға әҙер буласаҡмын", - тип 30 йәшлек йырсы ғаилә ҡороуға яуаплы ҡарауы арҡаһында әле һаман буйҙаҡ йѳрѳүенең сәбәбен аңлатҡан.