Йәмғиәт
7 Марта 2020, 20:15

Һөйәркәгә ҡаршы көрәш асҡан…

“Ул бөтөнләй оятын юғалтты. “Ирең миндә!” тип смс-тар яуҙыра башланы…”

– Көндәшем барлығын белгәс, иремдең хыянатын бик ауыр кисерҙем. Әрнеү тойғоһо күңелемде биләп алды. “Ни өсөн мин алданып, ут йотоп йәшәргә тейеш?” тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәне. Сумаҙандарымды тейәп, ҡыҙым менән улымды етәкләп, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә булдым башта…
Иремдең холоҡ-фиғелендә үҙгәреш тоя инем, әлбиттә. Ноутбугына ла, телефонына ла пароль ҡуйып алды. Кемдер шылтыратһа, тышҡа сығып китә. Минең менән йүнле-рәтле һөйләшмәй ҙә, һорауҙарыма тупаҫ яуап ҡайтара башланы. Тиктәҫкә генә булмаған икән…
Бер-беребеҙҙе яратышып ғаилә ҡорғайныҡ. Балаларыбыҙ ҙа матур булып үҫеп килә. Йорт-ҡурабыҙ бөтөн, табында һәр саҡ яңы бешкән ризыҡ. Нимә етмәй икән был ирҙәргә?!
Уйланым-уйланым да “Ниңә мин яратҡан кешемде сит бисәгә биреп ҡуйырға тейеш әле, балаларымды атайһыҙ ҡалдырырға хаҡым бармы?” тип ныҡлы ҡарарға килдем һәм иремдең һөйәркәһенә ҡаршы көрәш асырға булдым.
Ят ҡатындың сәсенә барып йәбешеү, эттән алып эткә һалып һүгеп әрләп китеү – үҙ бәҫен төшөрөп йөрөгән аҡылһыҙ ҡатындарға хас фиғел. Енәйәт эшен асырға ла күп һорап тормаҫтар.
…Әммә һөйәркә статусындағы бисә бөтөнләй оятын юғалтты. “Ирең миндә” тип смс-тар яуҙыра башланы. Тешемде ҡыҫып түҙҙем, яуап яҙманым. Телефон номерын белгәс, интернетты файҙаланып, уның исем-шәрифен, эш урынын асыҡланым. Иремдән тыныс ҡына итеп аңлатып биреүен һораным. “Кемдер шаяра” тип ҡул һелтәй ҙә ҡуя. “Әһә, тимәк, ул ғаиләбеҙҙе тиҙ генә тарҡатырға йыйынмай” тип тыныслана төштөм.
Бер мәл теге әхләҡһеҙ мәлғүн, үҙе үк миңә шылтыратып, иремдең тормошонда, йәнәһе, “үҙенең төп роль уйнағанлығын, тиҙҙән бергә буласаҡтарын” белдерҙе. Был шылтыратыу минең өсөн бик тә уңайлы булды. Юҡһа, нисек ошо бисәкәйҙе осраҡлы ғына тап итергә, тип уйлап йөрөй инем.
– Эй, бахыр ҡатын, – тинем уға, йәлләү хисен сығарып, – һин минең ирҙең беренсе һөйәркәһе түгел, әйкәйем. Ни ҡылаһың инде, ир-ат борон-борондан күп ҡатынлылыҡты өҫтөн күрә, шуға күрә уның әленән-әле ситкә йөрөп алыуын аңлап ҡабул итәм, – тип, иҫем китмәгәндәй, ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Теге ҡатын телһеҙ ҡалды, асыуы ҡабарып, трубканы һалып ҡуйҙы. Зитына тейҙем, ахыры. Ирен ҡыуып сығарыр, тип өмөтләнгәндер, моғайын. Шулай итмәгәйе, көт!..
Бынан тыш, теге ҡатын эшләгән ойошмалағы бер танышыма ла уның хаҡында “сер итеп кенә“ һөйләп киттем. Бер аҙҙан ишетәм: сит ғаиләне тарҡатырға маташҡан йүнһеҙ хеҙмәткәргә тотош коллективы ҡырын ҡарай башлаған икән…
“Ирең хаҡында миңә алдап һөйләгәнһең”, – тип тантана итеп шылтырата миңә бер мәл теге һөйәркә. “Быға бер ҙә аптырамайым. Ирем һине йәлләүе хаҡында үҙе әйтте миңә. Бәхет күрмәгән яңғыҙ ҡатындың нисек күңелен ҡыяһың, йәл бит, һағыҙаҡ кеүек йәбеште, нисек ҡотолорға ла белмәйем, тип минән кәңәш һораны ирем, – тип йәнә күҙ ҙә йоммай шыттырҙым. – Минең хәләл ефет бигерәк кеше йәнле шул: бәхетһеҙ мәхлүктәрҙе күрһә, йәлләп ала ла китә, шунан нисек ҡотолорға белмәй ғазаплана”. Йәнә аптырашта ҡалды әҙәпһеҙ һөйәркә…
Быға тиклем магазинға үҙем генә йөрөй инем. Эшемдән ҡайтышлай ғына кәрәк-маҙарҙы һатып алып сыға торғайным. Хәҙер инде иремдән ярҙам һорай башланым, йәнәһе, он-шәкәр бөткән, бер үҙемә сумка күтәреп ҡайтыуы ауыр. Шулай икәү ҡултыҡлашып, бөтә ергә лә бергә йөрөй башланыҡ.
Тәртибемде лә үҙгәртергә тура килде, таҫма теллелеккә, яғымлылыҡҡа өйрәнеп алдым, юҡһа, тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырғылай инем. Төрлө күнекмәләр яһай башланым, ҡамыр ризыҡтарын да әҙләп кенә ҡабам, бер-ике ай эсендә арыу ғына ябығып алдым. Парикмахерға ла йыш йөрөйөм, өҫтәүенә, матур итеп кейенәм дә. Теге һөмһөҙ һөйәркә минән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ күренә башланы бит әй. Ирем үҙемде сит ирҙәрҙән көнләшергә тотонмаһынмы!
Бына шулай шәхси тормошомдо ҡайтанан рәткә һалып алдым. Ирем “ситкә сәфәр” ҡылыуын онотто. Минең һабаҡ, бәлки, кемгәлер фәһем булыр, – тип бик ихлас һөйләне күптәнге танышым Мөнирә (исемен үҙгәртеп алдым). Ул әле саҡ 40-ты уҙған, ғәмәлдә 28-30 йәштән дә артыҡ биреп булмай, һомғол кәүҙәле, йәш сырайлы, фырт итеп кейенгән. Балалары күптән үҫкән инде, юғары уҡыу йорттарында белем алалар.
Ә теге һөйәркә һаман яңғыҙ көн күрә икән. “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ. Бер-береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе ғәйбәт уттарына һалмағыҙ, Ҡағылмағыҙ, зинһар бысратмағыҙ, Һөйөү бит ул – сафлыҡ, аңлағыҙ”, – тип бушҡа ғына йырламайҙарҙыр, күрәһең.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас