Йәмғиәт
13 Марта 2020, 13:30

Күптәрҙе төп башына ултыртҡан

Ҡара риэлтор булып йөрөп, ул клиенттарын өс миллион тирәһенә алдаған

Ишембайҙа 55 йәшлек Гөлсөм С.-ны ҙур күләмдә мутлашыу өсөн хөкөм иткәндәр. Ҡара риэлтор булып йөрөп, ул клиенттарын өс миллион тирәһенә алдаған. Был хаҡта UfaciyNews порталы хәбәр итә.

2011 -2015 йылдар арауығында ҡатын эскелек менән мауыҡҡан, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстары күп булған кешеләр менән танышып, ышаныстарын яулаған. Аҙаҡ мөлкәттәрен үҙ исеменә күсереп, һатып ебәргән. Шулай уҡ ул бер ҡатындың әсәлек капиталын аҡсаға әйләндерергә тәҡдим итеп, фиктив алып-һатыу ойошторған, һөҙөмтәлә икенсе бала өсөн бирелгән аҡсаны үҙ кеҫәһенә һалған.
Шулай итеп, законһыҙ эштәре менән кешеләргә 2,7 миллиондан ашыу зыян килтергән ул.
Әммә ҡатын үҙенең ғәйебен һис тә танымаған, килтерелгән зыянды ла ҡапламаған. Һөҙөмтәлә, алдан да ошондай хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫәпкә алып, суд ҡарар сығара. Уға ярашлы, ҡатын 5 йыл да 6 ай дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырып сығасаҡ.
Фото: pixabay.com.
Читайте нас