Омскиҙа казарма емерелеп, иҫән ҡалған блогер Рөстәм Нәбиевтың яңыраҡ икенсегә ҡыҙы Әминә тыуҙы. Кисә ул сабыйының донъяға килеү мәлен социаль селтәрҙәргә һалды. Был роликты интернет ҡулланыусылар төрлөсә ҡабул итте.
Кемдер һоҡланып,тетрәнеп ҡараным, күҙ йәштәрен тыя алманым, тип яҙҙы. Кемдер, ҡатынығыҙ көслө икән, үҙен бигерәк тыныс тота, яҡшы видео, тип баһаланы.
Шулай ҙа күпселек блогерҙың видеояҙмаһын бар ғаләмгә сығарыуын өнәмәне. "Һеҙ бит мосолмандар! Оялмайһыҙмы, яланғас ҡатынығыҙҙы бөтә кешегә күрһәтергә? " - тип тәнҡитләнеләр.
"Мин ни эшләп уны ҡарарға тейеш әле?!" - тиүселәр ҙә булды.
Ысынлап та, сит милләт менталитетына эйәреп, ғаилә өсөн генә төшөрөлгән яҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә һалыу килешмәгән эш. Интернет селтәрҙәрендә ҡайһы берәүҙәр, яһалма дан артынан ҡыуып, сама сигенән сығып китәләр шул.