11 мартта Шакша урамдарының береһендәге шәхси йортта йәшәгән ир торлағын электр энергияһынан өҙгән монтерға ташланған.
Һөжүм итер алдынан ир иҫкәртеү яһай, шунан хеҙмәткәрҙе ергә йығып, ул аңғарғансы бер нисә тапҡыр һуғып өлгөрә. Шулай уҡ электриктың телефонына зыян килтерә, оператив бригаданың эш автомобиленә инергә маташа.
Нимә өсөн бындай бәрелеш килеп сыҡҡан тиһегеҙме? Хужа бик күп айҙар ҡулланылған электр энергияһына түләмәгән, бурыс арта барып, ағымдағы йылдың мартында 162 мең һумға еткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ирҙең сымды кире тоташтырыуҙы талап итеүе икән.
Бындай күҙалланмаған хәлдән һуң "Башкирэнерго" хеҙмәткәре табиптарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған, уның һаулығына зыян килеүе раҫланған. Энергетик енәйәт эше асыу өсөн полицияға ғариза яҙған.
Шул тиклем бурысына хәҙер енәйәт яуаплылығы ла өҫтәлә инде киҫекһеҙ иргә, йәл...