Йәмғиәт
15 Марта 2020, 18:40

Ҡайҙа йөрөйһөң, Дамир?

20 ғинуарҙан бирле юҡ. Туғандары әйтеүенсә...

Учалы районында 42 йәшлек ир юғалған. Дамир Туйҡаевтың ғәйеп булыуы тураһында мәғлүмәтте “Поиск Детей – Уфа” эҙәрмәндәре хәбәр итә.
Ир уртаһына еткән замандашыбыҙ быйыл 20 ғинуарҙа уҡ юҡ булған. Шул көндән бирле уның ҡайҙалығы тураһында бер ни ҙә билдәле түгел.
Уның билдәләре: буйы 182 сантиметр, сәстәре ҡыҫҡа, көрән, танауында һәм өҫкө ирене янында яра эҙе бар. Шулай уҡ һул яҡ иңбашында - операциянан ҡалған йөй эҙе.
Юғалған көндә ҡара-зәңгәр куртка һәм ҡара-зәңгәр джинсы салбар кейгән булған.
Дамирҙың туғандары белдереүенсә, уның хәтерен юғалтыуы ихтимал.
Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙән 02, 112, 8-927-969-89-19 йәки 8 927 941-65-11 телефондары буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: "ГорОбзор".
Читайте нас