Йәмғиәт
15 Марта 2020, 16:20

Дүрт йәшлек ҡыҙҙы мыҫҡыллап...

65 йәшлек пенсионер ирҙең ҡот осҡос енәйәте хаҡында билдәле булды...

Был аяныслы ваҡиға Өфө районының Авдон ауылында теркәлгән. 65 йәшлек пенсионер алты сәғәт буйы дүрт йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән.
Кеше ышанмаҫлыҡ хәл тураһында, хоҡуҡ һаҡлау органдары сығанағына таянып, "КП-Өфө" хәбәр итә.

Ваҡиға 27 февралдә үк була. Әммә бер аҙна үткәс, 8 мартта ғына, зыян күргән ҡыҙҙың әсәһе полиция органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Ул белдереүенсә, балаһын 65 йәшлек күршеһе, хаҡлы ялдағы пенсионер мәсхәрәләгән.

Асыҡланыуынса, ир үҙ ғәйебен таныған, ҡулға алынған.

Әлбиттә, ваҡиға буйынса аңлашылмаған урындар күп. Мәҫәлән, бәләкәй ҡыҙ ни өсөн күршегә ҡалдырылған? Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, нисек булғанын ваҡыт күрһәтер.
Фото: А42.ru
Читайте нас