Йәмғиәт
15 Марта 2020, 06:20

“Һеҙҙең доғаларығыҙ менән ҡыҙым иҫән...”

Талантлы ҡыҙ йырсы булырға хыяллана. Әммә медицина тикшереүе мәлендә үҙенең хәүефле диагнозы тураһында белеп ҡалып...

Ярты йылдан ашыу дауаханала ятып, ҡатмарлы операция үткәргән, химия терапияһы алған 16 йәшлек Ләйләнең сиргә ҡаршы батырҙарса көрәшеүе тураһында баҫмаларҙа хәбәр ителгәйне инде.
Талантлы ҡыҙ йырсы булырға хыяллана, әммә осраҡлы рәүештә үҙенең хәүефле диагнозы тураһында белеп ҡала. Был хәл әсәһе менән Өфөгә килгәс, медицина тикшереүе үткән саҡта асыҡлана. Ашығыс рәүештә операция яһалғандан һуң Мәскәү клиникаһында әллә күпме химия терапияһы курстарын үтә, тип хәбәр итә KP.ru. Ахырҙа бөтәһе лә артта ҡалды!
Ләйләнең әсәһе Әлмира Ирғәлина шатлығын бер кемдән дә йәшермәй, киреһенсә, көсөргәнешле, билдәһеҙлек менән үткән көндәрҙән һуң һөйөнөсө менән ихлас уртаҡлаша.
"Бына ике аҙна инде Ләйләбеҙ өйҙә! Һеҙҙең доғаларығыҙ менән ҡыҙыбыҙ операциянан һуң һауыға башланы. Алда организмды тергеҙеү, иммунитетты нығытыу өсөн тырышырға тура киләсәк. Быныһын Ләйлә булдырыр тип уйлайбыҙ. Ошо ярты йылда беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, терәк булған һәр кемгә рәхмәт!" - ти һөйөнөсөнән ҡыҙҙың әсәһе Әлмира Ирғәлина. Ләйләгә һаулыҡ һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Фото: KP.ru
Читайте нас