Бостон университеты ғалимдары йөклөлөк ваҡыты менән әсәнең ғүмер оҙайлығы араһында бәйләнеш тапҡан. Тикшеренеүҙәрҙә 551 ғаилә ҡатнашҡан.
Баҡтиһәң, 30 йәштән үткәс бала тапҡандар, беренсе сабыйымы, әллә артабанғыһымы - уныһы мөһим түгел, оҙағыраҡ йәшәй икән. Тикшеренеүҙә ҡатнашҡан ҡатындарҙың 462-һе тап 33 йәштән уҙып әсә булған, улар 95 йәшкә тиклем һәм унан да күберәк ғүмер кисергән.
Тикшеренеүҙәрҙең етәксеһе Паола Себастиани белдереүенсә, сағыштырмаса оло йәштә бала тапҡан ҡатындар яйлап ҡартая торған тәнгә һәм репродуктив системаға эйә, улар өсөн биологик сәғәттәр әкрен бара.
Һуңғы йылдарҙа ҡырҡтан уҙып барғанда әсә булырға баҙнат иткән ҡатындарыбыҙ күбәйҙе. Сабыйҙар ғаиләгә бәхет, бәрәкәт менән бергә ғүмер йылдары ла алып килә, тимәк.