Бөгөн Өфөлә биләмәләрҙе санитар таҙартыу буйынса эштәр дауам итә.
Кисә экологик шәмбелә 14 мең 275 кеше ҡатнашты, 546 берәмек техника йәлеп ителде. Ҡала хакимиәте, район муниципалитеттары, предприятиелар һәм ойошмалар йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙы сүп-сарҙан таҙартты, ҡарҙы әйләндерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, коммуналь хеҙмәттәр иғтибарҙы айырыуса төп магистралдәрҙе һәм икенсел урамдарҙы бысраҡтан, ҡарҙан таҙартыуға бүлде. Мәҫәлән, 11 бригада Өфө – Аэропорт трассаһын ипкә килтерҙе. Был эштәр бөгөн дә атҡарыла.
Бер көн эсендә ҡаланан 4 мең 482 кубометр сүп-сар сығарылды, 296 коммуналь техника рейсы атҡарылды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һәм баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов Өфө – Аэропорт трассаһындағы эштәр, ихаталарҙы, урамдарҙы таҙартыу сифатын тикшерҙе. Контроль тәүлек әйләнәһенә эшләнә.
Фотолар: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.