Йәмғиәт
16 Марта 2020, 06:00

Коронавирусҡа һылтанып, ЖЭУ-ны япҡандар

Белдереүҙә “Коронавирус инфекцияһына бәйле, халыҡты ҡабул итеү булмаясаҡ (яҡынса 15 апрелгә тиклем)” тигән һүҙҙәр яҙылған.

Аптыраған өйрәк арты менән сума, тигәндәй кешеләр коронавирустан шул тиклем һаҡланыуҙанмы, әллә уға һылтаныпмы, ни эшләргә белмәй китә шикелле... Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәүсе берәү социаль селтәрҙә ҡаланың бер ЖЭУ офисының карантинға ябылыуы хаҡында хәбәр итә. Хатта хәбәр итеүсе уның ысынлығын иҫбатлап, ойошманың бухгалтерияһы тарафынан эленгән иғланды фотоға төшөрөп тә һалған.
Белдереүҙә “Коронавирус инфекцияһына бәйле, халыҡты ҡабул итеү булмаясаҡ (яҡынса 15 апрелгә тиклем)” тигән һүҙҙәр яҙылған.
Бер яҡтан ҡарағанда, көлкө лә кеүек, икенсе яҡтан уйландыра ла был һүҙҙәр. Шулай ҙа коронавирус тураһында республикала йәшәүселәргә хәүефләнергә урын юҡ. Сөнки беҙҙә әле был сирҙе йоҡторған берәү ҙә теркәлмәгән, мәғариф учреждениелары, уҡыу йорттары ла, башҡа ойошма-учреждениелар үҙҙәренең эш режимында эшләүҙәрен дауам итә. Сит илдән ҡайтыусылар шунда уҡ тикшереү үтә, шик тыуҙырыусылар дауаханаларға урынлаштырыла, ниндәйҙер ойошманы ябыу тураһында әлегә бер ниндәй ҙә һүҙ бармай. Тимәк, Салауаттағы был фотола тик кешеләрҙе ҡаңғыртыу, улар араһында яңылыш хәбәр таратыу кеүек килеп сыға түгелме һуң? Бер һыйыр бар көтөүҙе болғай, ти халыҡ мәҡәле лә. Шуның кеүек был яҙыу ҙа тотош республика халҡына коронавирус тураһында имеш-мимеш таратыуға булышлыҡ итмәһен ине. Шул уҡ ваҡытта республика халҡына абайлы булыу ҡамасауламаҫ, теләһә ниндәй ялған мәғлүмәттәргә ышаныу ҙа кәрәкмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров шәмбе көнө республикала коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу буйынса оператив штаб ултырышы үткәрҙе һәм саралар ҡабул ителде.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Читайте нас