Октябрьский ҡалаһында булған ҡурҡыныс енәйәт тураһында яҙғайныҡ инде. Элекке ире машинаһына ултыртып ҡатынын алып ҡаса һәм ҡаланың Еңеү паркында уны ҡот осҡос итеп үлтерә.
Һәләк булған ҡатындың апаһы социаль селтәрҙәрҙә был турала яҙып сыға һәм ирҙең фотоһын ҡуйып уны табышыуҙы һорай. Һәм бөгөн уны табыуҙары асыҡлана. Тик ул тере түгел. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Күрәһең, намыҫы тыңғы бирмәнеме икән? Әллә нимә эшләгәнен аңлап, ҡурҡышынан был аҙымға барғанмы? Хәҙер был һорауҙарға яуап алыр кеше юҡ. Ни бары етем ҡалған ике бала йәл. Уларҙың улдарына – 10 һәм ҡыҙҙарына 19 йәш. Кисә ҡатынды тыуған ҡалаһында ерләгәндәр.