Йәмғиәт
20 Марта 2020, 14:00

Мазовтар эше нисек бара?

Беҙҙең ниндәй стадияла эшләүебеҙ тураһындағы мәғлүмәтте алыуҙа ҡыҙыҡһыныуы булған кешеләр ҙә бар. Ҡайһы саҡта, беҙгә ҡаршы эштәр башҡарыу өсөн ошо ла етә...

Бөгөн Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһе Денис Чернятьев журналистар менән осрашыуы ваҡытында Мазовтар эше тураһында фекерен белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Артем Мазов һәм уның ике малайы Слава менән Илья былтыр октябрь аҙағында юғалғайны. Ошоға тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәле түгел.
Денис Чернятьев ни өсөн был эшкә аныҡлыҡтар индерелмәүе тураһында әйтте.
– Беҙ бит һеҙгә барыһын да һөйләй алмайбыҙ. Нимә эшләнгән, нимә асыҡланған... Закон сиктәрендә, әлегә шәхестәр юҡ, хәлдең шарттары юҡ. Мин ни бары шуны әйтә алам: эш алып барыла, әлегә ул асылмаған. Ай һайын бер үк нимәне һөйләй башлаһам, миңә һин ялҡыттың тип әйтәсәктәр. Енәйәт асылмаған урында, беҙ ул турала һөйләмәҫкә тырышабыҙ. Сөнки, беҙҙең ниндәй стадияла эшләүебеҙ тураһындағы мәғлүмәтте алыуҙа ҡыҙыҡһыныуы булған кешеләр ҙә бар. Ҡайһы саҡта, беҙгә ҡаршы эштәр башҡарыу өсөн ошо ла етә, – тине ул.
Шулай, комитетта эштәр дауам итә. Уларҙың иҫән булыуына әле һаман өмөт бар кеүек. Көтәйек!
Читайте нас