Йәмғиәт
22 Марта 2020, 07:15

Янъялсыға - яза

Бүлмәгә бензин һибеп, үлтереү менән янай...

Белоретта бер-береһе менән таныш булған ир һәм ҡатын араһында янъял сыға.
Ваҡиғаның дауамы киноларҙағы кеүек һүрәтләнә: ир ҡатындың иркен сикләп, өйҙән сығыуҙан тыя, һуҡҡылап, электр сымы менән бәйләй. Унан ихатанан бензин тултырылған канистра индереп бүлмәгә һибә, үлтереү менән янай.
Ошо көндәрҙә тәфтиш тамамланып, янъялсы суд алдына баҫҡан.
Белорет суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтшина хәбәр итеүенсә, кеше һаулығына зыян килтергәне, хоҡуҡты боҙғаны өсөн ғәйепләнеүсе 3 йыл да 2 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас